Белгестәр өсөн тифлосессия үтте.

Прошла тифлосессия для специалистов
22 сентябрь Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Мөмкинлектәре сиклеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың эше" тифлосессияһы үтте. Ойоштороусылары Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.

Төп мөрәжәғәт менән махсус китапхананың директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева доклад яһаны. Унан һуң инновация-методика бүлеге мөдире Ирина Борисевич, тифлобаҫма бүлеге мөхәррире Фәнүр Бәҙретдинов доклад уҡынылар. 
Ҡатнашыусылар Резо Гигинеишвилиның "Комментарийһыҙ" фильмын ҡаранылар. Төп ролдәрҙе Игорь Верник һәм Инна Чурикова башҡарҙылар. Сценарий авторы Никита Власов.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.