Бер китап уҡыусының бенефисы. Валерий Грызлин.

Бенефис одного читателя. Валерий Грызлин.
Махсус китапханала китап уҡыусының бенефисы үтте. Ҡунаҡтар алдында китапхананың әүҙем уҡыусыһы, йырсы Валерий Грызлин сығыш яһаны.
Валериә 1953 йылда Ырымбур ҡалаһында донъяға килә. 
Пермь интернатында уҡый. 3 йәштән үк музыка менән ҡыҙыҡһына. Александр Рогов һәм Галина Былей мәктәбендә музыкаль белем ала.
1978 йылда “Виват” вокаль квартетҡа саҡырыла. Валерий Николай улы күп музыкаль конкурстар еңеүсеһе. 2005 йылда Белорет ҡалаһына күсеп килә. 14-се балалар гимназияһына уҡытыусы булып эшкә төшә. 2010 йылда Белорет ҡалаһында уға “Мәҙәниәт өлкәһендә йыл кешеһе” исеме бирелә.
Кисәлә йырҙар, романстар, рус һәм совет композиторҙарының операларынан партиялар яңғыраны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.