Беҙ еңеүселәр иҫәбендә.

Мы в числе победителей.
Башҡортостан республикаһы хөкүмәтенең ҡарары буйынса, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика башлығы грантын юллау конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Еңеүселәр араһында махсус китапхананың стәрлетамаҡ филиалы ла бар. Уның проекты “Ҡаршылыҡтарһыҙ маршрут” – һуҡырҙарҙы сенсор телефондар, навигаторҙар менән ҡулланырға өйрәтеү.
Һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы 550 инвалидты хеҙмәтләндерә. Филиал микрорайондың мәғариф-мәғлүмәт, ял итеү үҙәге булып тора.
Ғилми-техник прогресс кешеләр тормошонда мөһим роль уйнай. Һуҡырҙар өсөн бигерәк тә кәрәкле нәмә. Күрмәгән кешегә тирә-йүндә йүнәлеш табып китеүе ҡыйын. Шуға ла уға йә тауыш, йә тактиль ярҙам кәрәк. Навигацион мөмкинлектәр уға бында ныҡ ярҙам итә ала.
Был проект та һуҡырҙар өсөн йүнәлтелгән. Филиал базаһында курстар ҙа үтәсәк. Шулай уҡ был проект һуҡырҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихи-мәҙәни сығанаҡтарҙы өйрәнеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.