Дайджест новостей

Дайджест новостей
17 февраль махсус китапханала кескәй китап уҡыусыларыбыҙ өсөн “Уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ, уйнайбыҙ” тифлосәғәте ойошторолдо. Сара барышында балалар Иван Крыловтың мәҫәлдәрен, Агния Бартоның шиғырҙарын тыңланылар. Шулай уҡ, пластилиндан мәҫәл геройҙарын әүәләнеләр. Тактиль китаптар ярҙамында төрлө әкиәттәр менән таныштылар.
16 февраль Бәләбәй филиалы, ВОС менән берлектә, Бәләбәй ҡалаһының үҙәк китапханаһына “көмөш” волонтерҙар менән осрашыуға саҡырылды.
Сарала ҡатнашыусылар лото уйнанылар, милли аҙыҡтарҙың еҫен, тәмен таныу буйынса ярыштылар. Сара аҙағында Гүзәл Хәсәнова, үҙенең йән дуҫы, эте Андора менән сығыш яһанылар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.