Эттәр менән осрашыу

Встреча «Под знаком собаки»
Быуаттар буйына эт кешенең тоғро дуҫы булып һанала. Ул кешегә ныҡ эйәләшә.
19 февраль 28-се коррекцион мәктәп-интернатында “Аҡтырнаҡ” клубы ағзалары һәм уларҙың дүрт аяҡлы дуҫтары менән осрашыу үтте.
Интернат тәрбиәләнеүселәренә эттәрҙең төрлө тоҡомдары, һөнәрҙәре тураһында һөйләнеләр, балалар эттәр менән уйнап ҡаранылар, яҡынданыраҡ таныштылар.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты волонтерҙары оригами, шарҙан эт һыны эшләү буйынса мастер-класс күрһәттеләр.
Сара “Бетховен” тифлокомментарийлы фильм ҡарау менән тамамланды.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.