Филиалдарҙан яңылыҡтар. Бәләбәй

Вести из филиалов. Белебей.
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы, Халыҡ-ара Рәхмәт белдереү көнө уңайынан, коррекцион мәктәптең 1-2 класс уҡыусылары өсөн уйын-квест үткәрҙе.
Балалар был көндөң тарихы, тормошта осрай торған хәлдәр менән танышты. Йомаҡтар систе, “Һүҙҙе тамамла” һәм “Тылсымлы ағас”
уйындарында ҡатнашты. Хәрефле карточкаларҙан “Рәхмәт” һүҙен төҙөнөләр.
Шулай уҡ, китапханала Павел Бажов, Аркадий Гайдарҙың юбилейҙары айҡанлы китап күргәҙмәләре булдырылды.
Бөтә китап уҡыусылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа, Театр йылына арналған “Театрға йөрәгең менән ҡағыл” оҙайлы китап күргәҙмәһен килеп күрә ала. Күргәҙмә өс бүлектән тора: “Классика театры”нда Н.Островскийҙың, А. Пушкиндың, У. Шекспирҙың һ.б. классиктарҙың пьесалары тәҡдим ителә; “Театр һәм китап” балет сәхнәһенең билдәле мастерҙары тураһындағы баҫмаларҙы үҙ эсенә ала. Ә“Театр һәм музыка” бүлегендә рус романстары, башҡорт профессиональ музыкаһы, музыкаль әҙәбиәт тупланған.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.