ИнваЭкспо күргәҙмәһе: йәмғиәт барыһы өсөн дә 2017.

Выставка «ИнваЭкспо»: Общество для всех 2017»
2017 йылдың 9 ноябренән алып 11 ноябргә тиклем Мәскәүҙә Етенсе Халыҡ-ара “ИнваЭкспо. Йәмғиәт барыһы өсөн дә” махсуслаштырылған күргәҙмә үтәсәк.
Был күргәҙмә инвалид граждандарҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн ниндәй мөмкинселектәр барлығын асып һала.
Шулай уҡ, ошо рамкала Халыҡ-ара “ЕвроПарафест” ижад фестивале лә уҙғарыласаҡ. Фестиваль, үҙ йәһәтендә, ижади сиктәрҙе киңәйтеү, һәр кем үҙ талантын күрһәтә алыу бурысын өҫтөнә ала. Фестивалдә йәш буйынса ла, һаулыҡ буйынса ла сикләүҙәр ҡуйылмай. Һәм түбәндәге номинациялар күҙаллана:
әҙәби ижад;
сәхнә сәнғәте;
вокал;
музыкаль ижад;
хореография;
рәсем сәнғәте;
һынлы сәнғәт.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 30 сентябргә тиклем mariya_sel@mail.ru  адресы буйынса ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (495) 307-49-33, 8 (495) 305-86-45
E-mail: info@invaexpo.ru

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.