“Мин һинең улың, Урал!”

“Мин һинең улың, Урал!”
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының тауыш яҙҙырыу студияһында башҡорт әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың “Мин һинең улың, Урал!”исемле дискы яҙылды. “М. Ғафури–XXI быуат” Мәҙәни йәмәғәтселеге фонды ярҙамы менән М. Ғафуриҙың дүрт шиғри йыйынтығы сығарылды.
Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған аудио китаптар яҙыусының тыуыуының 135- йыллығына арналған. Йыйынтыҡҡа Тыуған ил, халыҡ, мөхәббәт һәм шағирҙың үҙ яҙмышына арналған шиғырҙар тупланған.
Тағы ла, китапханала М. Ғафуриҙың ейәне Хәлит Әнүәр улы Ғафури хаҡында ла тулы мәғлүмәт тауышландырылып бирелгән. Хәлит Әнүәр улы 1948 йылда Өфө ҡалаһында тыуа. Күҙҙәре насар күреүгә ҡарамаҫтан, ул Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһын тамамлай, унан һуң Кисловодск ҡалаһында профессиональ массажистар  белемен ала.
Хәлиттең төрлө яҡлы һәләттәренең береһе– ул шиғриәт, ижад итеү. Ул шиғырҙар,  хыял менән ысынбарлыҡҡа  нигеҙләнгән уймаҡ хикәйәләр  ҙә яҙа. Республиканың ваҡытлы матбуғат биттәрендә, “Аманат” журналында хикәйәләре баҫылып сыҡты. Ул балалар өсөн “Йыбандырмай торған бесәй” тигән китабын нәшер итте.
Тиҙҙән, техник яҡтан эшкәртелгәндән һуң, М. Ғафуриҙың башҡорт һәм рус телдәрендә тауышландырылған әҫәрҙәре Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының һәм уның филиалдарының  фондына һалынасаҡ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.