Өфө библиоэңерҙәре тамамланды

Уфимские библиосумерки 2019 завершились
Бөтә Рәсәй “Библиотөн” акцияһы рамкаһында үткән “Өфө библиоэңерҙәре” тамамланды. Быйылғы йылдың темаһы – “Бар донъя – театр”. Фойела партнерҙарыбыҙ Милли музейҙың, Хәрби Дан музейының, экспозициялары урынлашты. Тематик фотозоналарҙа теләгән һәр кем төрлө әкиәт геройҙары менән, милли кейемдәр кейеп фотоға төштөләр. “Тылсымлы һандыҡ” майҙанында кескәй дуҫтарыбыҙ ҡурсаҡ театры башҡарыуында “Етем төлкө” башҡорт халыҡ әкиәтен ҡараны. Йәш һәүәҫкәр актерҙар донъя халыҡтары әкиәттәренән өҙөктәр күрһәттеләр. Бынан тыш, аквагримм буйынса мастер-класста ҡатнаштылар. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған әҙәби-тарихи викторина үҙ еңеүселәрен билдәләне. Ҡатнашыусыларҙың республика тарихын, башҡорт яҙыусы һәм шағирҙарын белеүен тикшерҙе. “Алиса театр илендә” павильонында ҡунаҡтар Льюис Кэрроллдың китабы буйынса ҡабарынҡы график иллюстрациялы альбом менән танышты, викторинала ҡатнашты. Тауышландырыу студияһында театр әҫәрҙәрен уҡыу буйынса “Театраль этюд” конкурсы үтте. “Балаганчик” китап театры тамашасыһына “Трагедия һәм комедия” поэтик театраль бәхәсен тәҡдим итте. Шулай уҡ видеосюжет буйынса пьесаны таныу буйынса ярыштар ойошторолдо. Ижади бүлмәлә ҡунаҡтар Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы, актер, музыкант Венер Камалов менән осрашты. Күптәр хештег конкурсында үҙ көсөн һынаны. “Өфө библиоэңерҙәре” акцияһы һәүәҫкәр артистарҙың концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды. Сараға килгән бөтә ҡунаҡтарыбыҙға, партнерҙарыбыҙға һәм ҡатнашыусыларға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.