«PRO-ДВИЖЕНИЕ КНИГИ» китапхана десанты.

Библиотечный десант «PRO-ДВИЖЕНИЕ КНИГИ»

27 ғинуар М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Өфө медицина колледжында  "PRO-ДВИЖЕНИЕ КНИГИ" китапхана десанты пиар акцияһын үткәрәсәк. Проект һуҡырҙарҙың һәм насар күреүселәрҙең мәғлүмәт алыуын үҫтереү һәм китапхана яңы уҡыусылар йәлеп итеү.

Китапханасылар буласаҡ ҡулланыусыларҙы махсус китапхананың төп эшмәкәрлеге, эштең төрлө формалары менән таныштырасаҡ, фонд һәм әҙәбиәт тураһында һөйләйәсәк. Улар ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифтындағы баҫмалар; флешкарталарҙағы, оптик CD дисктарҙағы "һөйләй торған" китаптар; ҙурайтылған шрифтлы баҫмалар; ҡабарынҡы-график әсбаптар

Акция барышында, шулай уҡ, мәғлүмәт алыуҙың заманса мөмкинлектәре, китапхана сайты, һуҡырҙар өсөн махсус программалар тураһында һүҙ алып барыласаҡ.
Әңгәмә ваҡытында уҡыусыларҙың дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙарын асыҡлау планлаштырыла.

Сығанаҡ: Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.