Роман Сайфуллин. Графика күргәҙмәһе.

20 мартта һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында  рәссам  Роман Сайфуллиндың күргәҙмәһе асыла.
Уның эштәренә сағыу төҫтәр түгел, ә бер төрлөлөк хас. Картиналарҙың төп мотивы булып кеше темаһы тора.
Ҡала натюрморттар серияһында көндәлек тормоштоң гармонияһын һәм талғын тотороҡлолоғон сағылдырған. 
Роман Сайфуллиндың эштәре сит илдәрҙә, бөтәрәссәй  һәм региональ күргәҙмәләрҙә күрһәтелгән. Уның картиналары Ҡаҙан  ҡалаһындағы А.Н. Мәзитов исемендәге музейҙа, Томск өлкә художестволы музейында, БР милли музейында һәм тағы ла Рәсәйҙә, Турцияла шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Күргәҙмә китапхананың эш графигы буйынса эшләй.
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Кирова, 47 һанлы йорт, “Витамин заводы” туҡталышы.
 
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.