"Сәнғәт төнө"

"Ночь искусств" в Башкирской библиотеке для слепых

"Сәнғәт төнө" Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы сайтында үтәсәк. Сара быйылғы йылда Халыҡ-ара Берҙәмлек көнөнә арнала. Акцияның девизы - "Сәнғәт берләштерә". 


Ошоға бәйле беҙ ҡунаҡтарыбыҙға һәм ҡулланыусыларыбыҙға "Калифорния отеле" аудиоспектаклен тәҡдим итәбеҙ. 
Спектакль Рәсәй Федерацияһында һәм уның сиктәрендә йәшәгән һәүәҫкәр һуҡыр актерҙар көсө менән булдырылды. Һәүәҫкәр актерҙар Наталья Бессольцева (Өфө) һәм Сергей Астафьев (Ульяновск), төрлө ҡалаларҙа булыуҙарына ҡарамаҫтан, махсус компьютер программаһы аша пьесаның тексын яҙҙылар. Тауыш операторы Сергей Рогов (Тольятти) уға тауыш, музыка һалды. Текста авторҙан тифлокомментарий элементтары ла бар. 
Пьеса ике йәш егеттең осрашыуы хаҡында. Уларҙың һәр береһе үҙ фекерендә ҡаты тора һәм киҫешеү, дөйөм фекергә килеү, берләшеү юлдарын эҙләйҙәр. Ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә бара.

#Ночь искусств #Культура онлайн».

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.