“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыу

Участие в Круглом столе
4 апрель 30-сы Өфө модель балалар китапханаһында “Үҙенсәлекле балаға китапхана” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Махсус китапхананан Нәзилә Дәүләтханова “Күреү һәләтенән яҙған балалар өсөн махсус форматтағы китаптар” доклады менән сығыш яһаны.
Түңәрәк өҫтәл, тағы ла, үҙенсәлекле балаларҙы хеҙмәтләндереү темаһына ҡағылып үтте. Был йәһәттән педагог-психологтар, өҫтәлмә белем биреү педагогтары, йәмғиәт эшмәкәрҙәре үҙ тәҡдимдәрен белдерҙе.
Сараның темаһы бөгөнгө көндә бик актуаль. Сөнки шәхестең йәмғиәткә яраҡлашыуы, мотлаҡ рәүештә, китапхана аша үтә. Бындай форматтағы әңгәмәләр тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бик әһәмиәтле. Ойоштороусыларға һәм коллегаларға рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.