“Уңайлы мөхит” күргәҙмәһе тамамланды.

Ю. Акшенцов,председатель  БРО ВОС
20 ноябрҙә Башҡортостан ресспубликаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында һауыҡтырыу өсөн кәрәкле техник ҡорамалдар, ишетеү һәм күреү мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә уңайлы мөхит булдырыу ҡорамалдары күргәҙмәһе үтте.
Күргәҙмәне Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе Юрий Акшенцов асты. Техник сараларҙы асыу тантанаһында шулай уҡ БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының инвалидтар менән эшләү бүлеге начальнигы Нурия Сәлихова, “Техник реабилитация саралары һәм санаторий-курорт путевкалары менән тәьмин итеү буйынса республика үҙәге” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Зөлфирә Масҡолова, Башҡортостан Республикаһының социаль страховкалау фондының страховка взностарын ойоштороу бүлексәһе начальнигы Әлфиә Аҡъегетова ҡатнашты.
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең “Логосвос” нәшриәт-полиграфия тифломәғлүмәт комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле Сергей Захаров үҙ сығышында бындай техник саралаҙы етештереүҙең әһәмиәтен билдәләп үтте, уларҙы етештереүсе бер-нисә ойошма менән дә таныштырҙы.
Екатеринбург ҡалаһының “Круст” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең күреү һәм ишетеү мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән продукцияһы тураһында Вячеслав Порывкин телмәр тотто. Үҙенең презентацияһында мохтаждар өсөн ҡаршылыҡһыҙ, уңайлы мөхит булдырыу – бөтөн үҫешкән йәмғиәттең төп бурыстарының береһе, ә дәүләттең социаль сәйәсәтенең – төп йүнәлеше булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ үҙҙәренең йәмғиәте тәҡдим иткән Уңайлы ҡала системаһы тураһында ла һөйләп үтте. Был система ҡалала йәмәғәт транспортының һәм инфраструктураларҙың уңайлылығын тәьмин итеү өсөн булдырылған. Уға абонент ҡорамалдары, мәғлүмәт биреүсе ҡорамалдар, хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәләре, уларға төрлө мәғлүмәтте хәбәр итеү яйламалары, һәм башҡалар инә. Уңайлы ҡала системаһы күреү һәм ишетеү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр юлында әле булһа йыш осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеү юлдарын тәҡдим итә.
Күңгәҙмә барышында тағы ла төрлө-төрлө техник реабилитация саралары күрһәтелде.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.