Үҙ ҡулыбыҙ менән өйҙә. Һуҡырҙар аудиопроекты

Аудиопроект незрячих: дома и своими руками.
Әлеге ваҡытта, бөтәһе лә өйҙә ултырған мәлдә, күпселек ваҡытын файҙа менән үткәрергә тырыша. Кемдер яҙыша башлай, шиғырҙар уҡый, ә кемдер башҡаларға ярҙам итә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, әлбиттә, ҡыйыныраҡҡа тура килә. Улар үҙ-үҙен үҙҙәре ҡарай, йәиһә был эште туғандары, яҡын дуҫтары башҡара. 
Әммә көслө булыуҙың төп һыҙаты - ғәҙәти көндәрҙә ҡыҙыҡлы шөғөл табыу. Табыу һәм тормошҡа ашырыу, башҡаларҙы ла быға ылыҡтырыу. Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы ҡулланыусылары, өйҙә генә ултырыуҙарға ҡарамаҫтан, ижади эштәр менән мәшғүл. Улар, мобиль телефондарҙа Михаил Зощенконың "Тәртешкә" хикәйәһен ролдәргә бүлеп тауышландырҙылар. Файлдар белгес волонтер Юрий Панчишин тарафынан эшкәртелде.
Юрий Виктор улы һөнәре буйынса педагог-дефектолог, l төркөм инвалиды. Әлеге ваҡытта проекттың ойоштороусыһы һәм координаторы. Электән үк һуҡырҙар һәм насар күреүселәр менән эш алып бара. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡытыуҙан тыш, тағы ла һуҡыр һәм насар күреүсе балаларға информатиканан дәрестәр алып бара. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Күреү һәләтенән яҙғандарға мәғлүмәти белем биреү буйынса консультациялар алып бара. Мәктәптәрҙә, мәктәпкә тиклемге белем биреү учреждениеларҙа изгелек дәрестәре алып бара. 
Аудиопроекттың мәғәнәһе шунда: махсус китапхананың ҡулланыусыһы, өйҙә ултырғанда ла, аудиосәхнәләштереүҙә ҡатнаша ала. Был, әлбиттә, билдәле ваҡытты талап итте. Сөнки "һөйләй торған" китаптар базаһында әҫәрҙең тауышландырылған  тексын табып танышырға, ролдәрҙе ятларға, монологтарҙы телефонға яҙҙырырға кәрәк ине. 
Донъя әле ваҡытлыса туҡтатылған, әммә ғүмер дауам итә. Әйҙәгеҙ уны файҙалы итеп үткәрәйек.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.