Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар  өсөн махсус китапханаһының сайтында “Мин симфония тыңлар инем” тигән яңы бүлек барлыҡҡа килтерелде. Был проект Башҡортостан Главы гранты эсендә һуҡырҙар китапханаһы Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры менән бергә тормошҡа ашырҙы.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн китапханаһы– ул мөмкинселектәре сикләнгәндәргә берҙән-бер махсуслаштырылған китап йорто һәм һаулыҡтары булмаған граждандарҙың берҙән-бер мәғлүмәт алыу урыны булып тора. Был проектты тормошҡа ашырыу – информацион технологияларҙың яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен раҫлай.  Күреү һәләте насар булған, йәки тома һуҡыр уҡыусыларыбыҙ өсөн айырым алынған китапхана менән генә түгел, ә бөтә төр китапханалар аша мәғлүмәти яҡтан хәбәрҙәр булырға мөмкинселек бирә.
Тыңлаусыларҙың иғтибарына Башҡортостан Республикаһының күренекле композиторҙарының әҫәрҙәре Милли симфоник оркестр башҡарыуында (дирижеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Камалов) бирелә. Көйҙәр оркестрҙың тауыш яҙҙырыу студияһында атҡарылған(тауыш режиссеры– Г. Каретников). Сайтта башҡорт композиторҙарының  музыкаль әҫәрҙәре тестлы 30 секундлы итеп бирелгән. Уларҙы МРЗ ябай форматта тыңларға мөмкин. Әгәр ҙә һеҙҙе ниндәйҙер музыка ҡыҙыҡһындыра икән, уны LKF- форматында өйҙә тифлофлешплеерҙә тыңларға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан республикаһының “Һөйләүсе” сайты китапхананы асыҡ итеп  һәр потенциаль ҡулланыусыға барып етерлек итеп эшләй. Был инде “Һәр кемгә–мәғлүмәт” проектын тормошҡа ашырыуҙың бер төрө булып тора.
 
16-17 сентябрҙә Хабаров өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Хабаров өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында
“Мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе социаль-мәҙәни яҡтан реабилитациялау: хәл итеү һәм киләсәккә бурыстар ” тигән темаға китапхана ойошторолоуҙың 50 йыллығына арналған Бөтәрәсәй  ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.
Конференцияла Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры Аминева Айгөл Рафаэль ҡыҙы ла ҡатнашты.
Был сара Хабаровск ҡалаһында ойошторолоп уның эшендә Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән мәҙәниәт, йәмғиәт, мәғариф өлкәһенән 90 ашыу вәкил булды. Конференция барышында  инвалидтарҙы  социаль яҡтан яҡлауҙа техник яңылыҡтарҙы ҡулланыу мөмкинселектәре ҡаралды.
Конференцияның пленар көнөндә электрон пандустарҙы ҡулланыу, инвалид балаларҙы ситтән тороп уҡытыу, мәҙәниәт учреждениеләрен инвалидтарға яҡынайтыу мөмкинселектәре һәм тифлоаңлатмалы фильмдарҙы күрһәтеү һорауҙары ҡаралды.
Конференция эсендә 17 сентябрҙә Хабаровск өлкә махсус китапханаһының юбилейына арналған тантаналы сара ла уҙғарылды.
 
Республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Мостай Кәримдең драмаһы  буйынса төшөрөлгән тифлоаңлатмалы  “Ай тотолған төндә”  фильмын күрһәтеү буласаҡ.
Мостай Кәрим тарафынан 1963 йылда яҙылған драма Рәсәй һәм донъя сәхнәләрендә йөҙҙәрсә тапҡыр ҡуйылды һәм халыҡ тарафынан бик яҡшы ҡабул ителде. 1967 йылда ошо әҫәре өсөн авторға К. С.  Станиславский исемендәге РСФСР премияһы тапшырылды.
Фильмда Иннокентий Смоктуновский уҡыуыуында  XYII быуат төркмән шағиры Мәхтүмҡолойҙың шиғыры һәм XI  быуат әрмән шағиры Григора Нарекациҙың “Йыр башҡарыу китабы”нан өҙөктәр яңғырай.
 Пьеса нәфис фильм төшөрөүгә нигеҙ булып тора. Уны ҡаҙаҡ режиссеры Барас Халзанов 1978 йылда Свердловск киностудияһында төшөрә.
Ваҡиға XYII быуатта башҡорт йәйләүендә бара. Боронғо ырыуҙың башында аҡыллы һәм төплө фекерле байбисә Тәңкәбикә тора. Уның тормош маҡсаты– ғаилә  усағын һаҡлау һәм  кесе улы Ишмырҙа, уртансы улы Аҡйегет, өлкән улы Йылмырҙа хаҡында ғына ҡайғыртыуҙа түгел, ырыу ҡанундарына тап килтереп йәшәүҙә лә. Тәңкәбикәнең йәшлек гөнаһ емеше Диуана ла уның йөрәк ҡылдарын әленән-әле зымбырҙатып тора. Әсә аҡылға бер төрлөрәк улы Диуананың үҙенең балаһы икәнен ырыуҙаштарынан йәшерергә мәжбүр,  ул эстән ут йотоп йәшәй.
Йәйләүҙә барыһы ла үҙ сираты менән дауам иткәндәй тойола. Бына тиҙҙән Аҡйегет  һөйгәне Зөбәржәткә өйләнәсәк, һуғыштан Йылмырҙа ҡайтып төшөргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байбисәнең улы һуғышта һәләк булыуы хаҡында ғына хәбәр еткерәләр. Ырыу ҡанундары буйынса һәләк булған улының ҡатыны Шәфәҡте Аҡйегет үҙенә кәләшлеккә алырға тейеш, ә Зөбәржәтте әле бәлиғ булмаған Ишмырҙаға бирергә ҡарар итәләр. Аҡйегет менән Зөбәржәт ырыу ҡанундарына буйһонорға теләмәйҙәр, ошо уҡ көндө Ай тотола һәм ике бер-береһен һөйөшкән йәштәрҙе ырыуҙан ҡыуалар.
Фильмдә Тәңкәбикә ролен Гөлли Мөбәрәкова башҡара. Фильмға тифлоаңлатма “Миңә киноны һөйлә” проекты сиктәрендә эшләнде. Теләүселәрҙең барыһын да 30 октябрь көндөҙгө сәғәт 14.00 Өфө ҡалаһы, Киров урамя, 47  адресы буйынса фильмды ҡарарға саҡырабыҙ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 

Список публикаций за 2015 год

 
Акулова, Г. Гранты достойным [Текст] : на тат. яз. / Акулова, Г.  // Кызыл тан. - 2015. - № 41. - С. 2. [Об учреждениях культуры, получивших гранты главы Республики Башкортостан, в том числе и о Башкирской республиканской специальной библиотеке для слепых].
Undefined
Башҡортостан Республикаһының махсус китапханаһы компьютер буйынса белемдәрен камиллаштырырға теләүселәр өсөн бушлай курстар ойоштора.
Уның программаһы:
Персональ компьютерҙың архитектураһы
WINDOWS- тың операцион тирә-йүне
Документтарҙы текстовый редактор MS WORD-та мөхәррирләү
Интернет ярҙамында эш урынын автоматлаштырыу, электрон почта булдырыу
Компьютерҙың хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итеү
Техник яҡтан хеҙмәтләндереү
Уҡытыу режимы: аҙнаһына 2 тапҡыр шишәмбе, йома көндәрендә сәғәт 15.00 -17.00 тиклем.
Уҡыу төркөмдәр тупланғас башлана.
Беҙҙең адрес:
450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 һанлы йорт.
Телефондар: (347) 272-70-14.
E-mail:abonement@ufamts.ru-абонемент
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостандың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында ҡабарынҡы нөктәле һәм ҡабарынҡы һүрәтле “Халыҡ ынйылары. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады” исемле сираттағы уҡыу әсбабы  нәшер ителде. Китап насар  күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт менән дә, бөтөнләй күреү һәләте булмағандар өсөн ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифты менән дә нәшерләнгән. Был әсбап  2014 йылда “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсында дипломға лайыҡ булған “Башҡортостан – бармаҡ остарында” тип исемләнгән серияны тулыландыра.
Башҡорт халыҡының ауыҙ-тел ижады ифрат та бай. Халыҡ ижадында боронғо башҡорттарҙың тирә-яҡ мөхиткә  ҡарашы,  тәбиғәткә бәйле йола байрамдары, уй-хыялдары, аҡылы тупланған. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләренең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙәге роле ифрат та ҙур.
Был баҫмала башҡорт халыҡ эпосы, уның төрҙәре  хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, ҡобайырҙар, әйтемдәр, йырау, мәҡәлдәр, йомаҡтарҙың өлгөләре бирелгән. Ҡабарынҡы һүрәттәр ҡайһы бер йомаҡтарҙы сисергә мөмкинселек бирәсәк.
Был йыйынтыҡты махсус уҡыу йорттарында тыуған яҡты өйрәнеү һәм әҙәбиәт дәрестәрендә киң ҡулланырға мөмкин.
Фәрзәнә  Ғөбәйҙуллина тәржемәһе
 
Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә – терроризмға ҡаршы Берҙәмлек көнө билдәләнә. Был көн 2004 йылда  Төнъяҡ Осетияның Беслан  ҡалаһындағы фажиғәғә бәйле. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар, уның иң кесеһенә– 6 ай ғына ине.
4 сентябрҙә Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе уҡыусылары Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Беслан ҡорбандарын иҫкә алып май шәмдәре яндырҙылар,бер минутҡа тын ҡалдылар һәм “Терроризмға нисек ҡаршы көрәшергә була?”– тигән һорауға яуап бирҙәләр.
Илебеҙҙә терроризмға юл ҡуймаҫ өсөн төрлө милләт халҡы үҙ-ара дуҫ йәшәргә, бер- береһенә түҙемлелек, һәр кемдең диненә, мәҙәниәтенә, йолаларына ҡарата ихтирамлы  булырға тейеш, тигән фекергә килде уҡыусылар.
Сараның  аҙағында Башҡортостан киностудияһы эшләгән тауышландырылған аңлатмалы “Һунарсы улы” һәм “Иҫәр Бүре” тигән мультфильмдәр ҡаранылар.
 
26- 27 августа Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы Икенсе йәйге халыҡ-ара “Күреү һәләттәре насар булғандарға тауышландырыу-тифлокомментариялау(аудиодескрипция) социаль хеҙмәт күрһәтеү” тип аталған Мәктәп- сарала ҡатнашты.
Был Мәктәптә  китапхана белгестәре, профессиональ тауышландырыусылар, музей хеҙмәткәрҙәре, мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең (инвалидтарҙың) йәмғиәт ойошмалары, Рәсәйҙең ун өлкәһенән, сит илдәрҙән дә килгәйнеләр
(Краснодар, Удмуртия, Силәбе, Тула, Өфө, Ҡурған, Пермь, Украина, АҠШ һ.б. тарафтарҙан да бар инеләр).
Программаның төп өлөшө булып  Американың Мэриленд штатынан Һуҡырҙар кәңәшмәһенең фәндәр докторы, ООО президенты “AUDIO DESCRIPTION ASSOCIATES” тауышландырыу Проекты   директоры Джоэль Снайдерҙың ижади оҫтаханаһы торҙо. Ул үҙенең сығышында мөхәррирләү, телде һәм тел аппаратын ҡулланыу – тауышландырыуҙың төп асылы хаҡында бәйән итте. Тауышландырыу буйынса белгестең әхлағы тураһында һөйләне һәм бер нисә мастер-класс тәҡдим итте..
Шулай уҡ Екатеринбург ҡалаһынан килгән фоторәссам Наталья Подунованың һәм хореограф Андрей Захаровтың “Күренмәгән соната” тип аталған проктының исем туйы үтте. Аҙаҡ  һуҡыр музыкант хаҡында“Сыбар эңер” исемле Людмила Гурченко ҡатнашлығында төшөрөлгән тауышландырылған фильмдан өҙөктәр күрһәтелде. Был Мәктәптә ҡатнашыусылар тауышландырыуҙың сифаты хаҡында үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлаштылар..
Икенсе көн сит ил тауышландырыусыларының тәжрибәһен йомғаҡлауға бағышланғайны. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Украина, Краснодар, Ижевск белгестәренең тәжрибәһе менән  дә таныштылар.
Түңәрәк өҫтәлдә “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан төшөрөлгөн  милли фильмдарҙы тауышландырыу барышы” тигән доклад тыңланылар.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында “Мөмкинселектәре сикләнгән һайлаусылар өсөн Хәтернамә (Памятка)” нәшер ителде. Баҫма ҡабарынҡы нөктәле шрифт менән (Брайль системаһында) Үҙәк һайлау комиссияһының ҡушыуы буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә 100 дана тираж менән сыҡты.
Хәтернамәлә һайлаусыларға тауыш биреү участкаларында һайлау тәртибе хаҡында аңлатма бирелгән. Был баҫма һәр кемдең гражданлыҡ хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итеүсе Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы тарафынан раҫланған (19-сы статья) сара булып тора:”Һәр кешенең һәм гражданиндың хоҡуғы һәм ирке уның милләтенә, енесенә, затына, теленә, уның мөлкәтенә, ниндәй йәмәғәт ойошмаһына инеүенә, йәшәгән урынына ҡарамай– барыһыныҡы ла бер тигеҙ. Мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең дә хоҡуғы бер тигеҙ.”
Республикабыҙ граждандарының һайлау хоҡуғы юғарыла әйтеп үтелгән документтың 33 статьяһына яраҡлы рәүештә нығытылған.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  “Бер уҡыусы бенефисы” теҙмәһе дауам итә. 28 августа китапхана уҡыусыларында ҡунаҡта үҙэшмәкәр шағирә, Архангель районының Баҡалды ауылы ҡыҙы Фатима Мәзитова булды. Ул тирә- яҡҡа рәссам, шағирә, йырсы һәм алтын ҡуллы булараҡ танылған шәхес. Уның шиғырҙары үҙенең ябайлығы, кеше яҙмышына ҡағылышлы булыуы менән һәр кемдең күңелен арбай. Ул тәбиғәткә яҡынлығын үҫемлектәр тамырынан, таштарға төшөрөлгән һүрәттәр, кипкән үлән һәм сәскәләрҙән  эшләнгән икебаналар менән раҫлай.
Фатима Шәйхетдин ҡыҙы ҡунаҡтарға үҙенең шиғырҙарын уҡыны, ағас һәм таштар ҡулланып эшләнгән әйберҙәрен күрһәтте, үҙенең һүҙҙәренә ижад ителгән бер нисә йырын башҡарҙы.
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.