Нет аудиозаголовка!!!
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
Етеп килгән Ҡорбан байрамы менән ҡотлап, һеҙгә һаулыҡ, бәрәкәт һәм уңыштар теләйбеҙ.
Байрам көндәрендә ҡыуаныстарың менән бүлешеү, туғандарың, дуҫтарың, таныштарың менән бүләк өләшеү ғәҙәте һәр халыҡ вәкиленә лә хас. Былтыр Башҡортостан Республикаһы Диниә назараты Һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһына Ислам тәғлимәте менән таныштырусы бер-нисә китап бүләк иткәйне.
 
Ас-саляму аляйкум, ва рахматуллаhи ва баракатуh!
Мир Вам, милость Аллаhа и Его благословение!
 
 
К истокам духовного наследия мусульманской культуры«… Знай, что проявление благодарности /ал-шукр/ по отношению к подателю блага является обязанностью благо получателя.
Это диктуется как здравым рассудком, так и шариатом»
Письмо 71 «Мактубат» Ахмад ал-Фаруки ал-Сирхинди
 
Быйыл беҙҙең китапхана Диниә назараты тарафынан нәшер ителгән “Мосолмандарҙың рухи мәҙәниәте тамырҙарына табан” (“К истокам наследия мусульманской культуры”)(төҙөүсе автор Руслан хәҙрәт Сәйәпов) исемле китаптың һуҡыр һәм насар күреүсе ҡулланыусылар өсөн виртуаль вариантын эшләне. Йыйынтыҡты яҙыусы, РФ һәм Башҡортостан Яҙыусылар идаралығы ағзаһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина уҡыны.
Йыйынтыҡҡа XIX быуаттан алып, XX быуат башына тиклем яҙылған хеҙмәттәр ингән. Башҡорт ғалимы, тел белгесе, теолог, төркиәтсе, яҙыусы, мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың һәм башҡа авторҙарҙың хеҙмәттәре урын алған.
Баҫманың мөхәррирҙәре – М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Т.М. Әминев, БР Диниә назараты мөфтөйө Н.М. Ниғмәтуллин һәм башҡа ғалимдар, дин белгестәре. 
Мосолман донъяһының бай мәҙәниәте тураһында бәйән иткән был китап киң ҡатлам уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Уны беҙҙең китапхана сайтындағы “һөйләшеүсе” электрон китаптар бүлегендә табырға була. 
 
Нет аудиозаголовка!!!
Ололар көнө тигәндә, беҙ ғәҙәттә оло йәштәге туғандарыбыҙҙы – олатай-өләсәйҙәребеҙҙе, күрше әбей-бабайҙарҙы ҡотлау зарурлығын иҫкә төшөрәбеҙ. Ошо көндә уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе күберәк әйтеп ҡалырға тырышабыҙ. Эйе, был көндә ғүмере буйы тир түгеп, балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышып йәшәгән кисәге хеҙмәткәрҙәрҙе – бөгөнгө ветерандарҙы, хаҡлы ялдағыларҙы иғтибарҙан, йылы мөғәләмәбеҙҙән мәхрүм ҡалдырырға ярамай. Көндән-көн етеҙерәккә, тынғыһыҙыраҡҡа әйләнә барған был донъяла кисәге йәштәргә – бөгөнгө ололарға – йәмғиәттең ҡурсыуы, ярҙамы, аҡтыҡ сиктә, бер йылы һүҙе етмәүенә иғтибар итергә өндәп, 1990 йылдың 15 декабрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ассамблеяһы 1 октябрҙе Ололар көнө тип иған итә. Тәүҙә Ололар көнөн Европала, аҙағыраҡ Америкала, артабан – туҡһанынсы йылдар аҙаҡтарында – бөтөн донъяла билдәләй башлайҙар.
Был көндә бөтөн донъя йәмәғәтселеге социаль яҡтан әүҙем ҡатламға – йәш хеҙмәткәрҙәргә ҡараусыһыҙ ҡалған ата-әсәләр проблемаһын, ғөмүмән, донъялағы кешелектең йылдан-йыл ҡартая барыуын, оло йәштәгеләрҙе социаль тормошҡа йәлеп итеү зарурлығын, ололарға мөнәсәбәтте үҙгәртеү кәрәклеген еткерергә теләй. Әйтергә кәрәк – ҡуйған маҡсаттарына ирешәләр ҙә. Был көндә кешемен тигән кеше үҙенә донъя бүләк иткән ата-әсәһенә, өләсәй, олатайҙарына, оло йәштәге инәйҙәргә, бабайҙарға яҡты йөҙ күрһәтә, йылы һүҙ менән өндәшергә тырыша. Уйлай китһәң, һин бәләкәй саҡта ошо кешеләр көслө, ҡарыулы булған – улар бөйөк илде тергеҙәйек, аяҡҡа баҫтырайыҡ, тип тырышып эшләгән, бил бөккән. Уларҙың хеҙмәт емештәре беҙҙең бала сағыбыҙҙы йылы, бөтөн, туҡ иткән. Бөгөн килеп, бәғзе берәүҙәребеҙ ошо кешеләргә иғтибарһыҙлыҡ күрһәтергә, хатта, айырыуса битһеҙҙәр уларҙы ҡыйырһытырға ла күп һорамай. Ә ниндәй тәрән аҡыл, йылдар буйы йыйылған тәжрибә ята ололар иңендә. Шуға күрә, бер көн генә түгел – һәр көн ололарға иғтибар, ихтирам көнө булһын.
Гөлнар Ишбулатова. 
 
 
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында, башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәттәре өлгөләрен башҡорт телендә «һөйләүсе китаптар» форматында яҙҙырыу өсөн дикторҙарҙы тыңлау үтәсәк.
Асыҡ тыңлауға башҡорт телен яҡшы белгән, юғары уҡыу йортонда гуманитар бүлектәрҙә уҡыған студенттар һәм Өфөнөң ижади интеллигенцияһы, 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге әүҙем йәштәр саҡырыла. 
Бәйләнеш өсөн белешмә: 
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы - Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 һанлы йорт.
Китапхананың сайты: http://brsbs.ru/ru
Мәғлүмәттәр өсөн телефон: +7 (347) 273 - 62 – 38
Шәхси мөрәжәғәт өсөн: Бәҙретдинов Фәнүр Инсафетдин улы. Мәғлүмәт технологиялары бүлегенең, сектор мөдире.
Email: library37@yandex.ru
Хаттың темаһына «Диктор» тип яҙырға кәрәк.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һәм Башҡортостан Республикһының Үҙәк һайлау комиссияһы менән бергә Һайлау хоҡуғы һәм Һайлау процесы буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә үткәрелгән интернет-викторинаның һөҙөмтәләре асыҡланды. Интернет-викторинала 71 кеше ҡатнашҡан, ләкин бөтә 10 һорауға ла берәүҙә яуап бирә алмаған. Ойоштороусылар интернет-викторинаның 10 һорауҙың 9 яуап биргән ҡатнашыусыларҙы еңеүсе тип ҡарар иттеләр.
1. Бәшәров Әнүәр Барый улы
2. Галкова Александра Владимировна
3. Иванова Татьяна Николаевна
4. Ҡорбанов Рузаль Сафа улы
5. Минғәлин Таһир Вәсби улы
6. Мусина Рузалиә Карам ҡыҙы. 
Ойоштороусылар еңеүселәрҙе ҡотлай, һәм бөтә ҡатнашыусыларға ла интернет-викторинала актив ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерә. Еңеүселәр бүләктәрҙе 17 сентябрҙән һуң ошо адрес буйынса алырға мөмкин: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 һанлы йорт, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, №5 кабинет йәки бүләктәрҙе почта аша ебәреү өсөн үҙҙәренең фамилияларын һәм адрестарын ебәрергә тейеш.
Бөтә ҡатнашыусыларҙы ла ойоштороусылар 2014 йылдың сентябрь - октябрендә үтәсәк Республика конкурсының 2-се турына саҡыра, 2-се турҙағы еңеүселәргә бүләкте Башҡортостан Республикһының Үҙәк һайлау комиссияһы билдәләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы китапхананың сайтында www.brsbs.ru күҙәтеп барығыҙ.
Белешмәләр өсөн телефон (347) 273-29-54 йәки электрон почта zambrbs@ufamts.rumbrbs@ufamts.ru.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Социаль селтәрҙәрҙәге китапханабыҙ яңылыҡтары менән танышып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең яңылыҡтарға яҙылығыҙ. Беҙҙең сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙәге битебеҙҙә һеҙ - беҙгә килтерелгән һәм килтерергә планлаштырылған яңы китаптар исемлеге менән дә, төрлө саралар менән дә таныша алаһығыҙ.   
Беҙ одноклассники, FacebookВконтактеTwitterLivejournal селтәрҙәрендә барбыҙ.
 
 
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
Хөрмәтле уҡыусылар! Китапхананың уҡыу залы фондына тифлокомментарийлы яңы фильмдар килде. Фильмды күсереү, таратыу, интернет селтәренә ҡуйыу тыйыла. Уларҙы беҙҙең китапхана, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Мәҙәни-спорт реабилитация комплексы һәм Пермь крайының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы эшләне.
Фильмды ҡарау шарттары менән хеҙмәтләндереү бүлегендә шәхси рәүештә йәки 272-70-14 телефонына шылтыратып таныша алаһығыҙ.
 
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһының тифлокомментариялы фильмдары:
Ҡолонсаҡ
Иртә мәреү
Маша һәм айыу - 3 серияһы
Пушкин. Һуңғы дуэль
Алангасарҙың күләгәһе.
 
Бөтә рәссәй һуҡырҙар йәмғиәте һәм Пермь крайының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы тифлокомментариялы фильмдары:
Адмиралъ
Рәхим итегеҙ йәки сит кешеләргә инеү тыйыла
Ҡапшап ҡарау
Форрест Гамп
Гарри Поттер һәм философия ташы
Ҡатын-ҡыҙҙың еҫе
Князь Владимир
Ысын әкиәт
Мөхәббәт һәм кугәрсендәр
Беҙ киләсәктән килдек
Шрек
Сыбар эңер
 «Яңы йыл» тарифы.
 
 
 
118 августа «Родина» кинотеатрында 19.00 сәғәттә "Беҙҙең киләсәк" хәйриә фондының яңы проекты буйынса төшөрөлгән «Мөмкинлектәре сикләнмәгән кешеләр» («Не ограниченные возможностями») документаль фильмының презентацияһы үтәсәк. Тамашала фильмдың геройҙары менән дә осрашыу мөмкин буласаҡ.
Фильм инвалидтарға бағышланған. Киноның геройҙары – Өфөлә йәшәүсе республикабыҙҙың кешеләре. Махсус ҡулайлама-йөрөтмә ярҙамында хәрәкәт итеүсе Эльза менән Земфира. Күҙҙәре күрмәгән Костя менән Ислам, улар эшләйҙәр, актив йәшәү рәүеше алып баралар, спорт менән шөғөлләнәләр һәм Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының уҡыусылары булып торалар.
Фильмды эшләүселәр ябай кешеларҙе табырға тырышҡан, үҙҙәренең геройҙарын позитивлы, күңелле, айыҡ ирониялы итеп күрһәтергә тырышҡан. Киноны Өфө урамдарында, кафела, фатирҙа, тәбиғәттә, хатта «Первушино» аэродромында төшөргәндәр.
Киноны ҡарарға теләгән бөтәһе лә  саҡырыла.
 
Нет аудиозаголовка!!!
Удмурт республикаһының һуҡырҙар өсөн китапханаһының һорауы буйынса Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы «Кайрос» киностудияһының «Алангасарҙың күләгәһе» тигән фильмына тифлокомментарий эшләне. «Алангасарҙың күләгәһе» киноһы удмурт легендалары, мифтары, хикәйәттәре мотивы буйынса төшөрөлгән һәм 1994 йылда экранда күрһәтелгән. Был фильм үткән быуаттың шамандары һәм батырҙары, сихырсылары һәм оҫта һөнәрселәре – боронғо легендаларҙағы персонаждарҙың ергә тоғролоғы, мөхәббәте, нәфрәте тураһында. Сюжеттың нигеҙендә - Аҡҡоштың улы Дунай тора, ул бер ваҡыт Ерҙә йәшәгәндәрҙе аңлар өсөн боронғо удмурттарға күктән төшкән. Киноны ҡарарға теләге булған уҡыусыларға, китапхананың абонементына 272-70-14 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Нет аудиозаголовка!!!
Бер йыл элек 2013 йылдың 29 июлендә Башҡортостан Республикаһының таныҡлы композиторы Салауат Низаметдинов 57 йәшендә генә вафат булды. Ижадының сәскә атҡан ваҡыты, әле генә үҙенең яңы операһын тамамлаған ине, ләкин ул китте, үҙе тураһында тик яҡты иҫтәлектәр һәм музыкаһын ғына ҡалдырҙы.
Ошо көйгә генә үҙенең ғүмерен бағышланы ла инде Салауат Низаметдинов. Уның ижадының жанр киңлеге опера һәм симфонияны, хор һәм романсты үҙ эсенә ала. Ул ике йөҙгә яҡын  эстрада йырҙарын, спектакелдәргә, документаль һәм нәфис фильмдарға көйҙәр яҙған.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һеҙҙең иғтибарығыҙға «Оҫта китте… көйө ҡалды!» тигән виртуаль китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
 
 
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Юрий Бондарев - һуғыш һәм иҫтәлек» тигән библиографик- тәҡдим итеү ҡулланмаһы сыҡты.
 
Юрий Бондарев рус әҙәбиәтенең классигы, уның әҫәрҙәре донъялағы 70-кә яҡын телгә тәржемә ителгән, СССР һәм Рәсәйҙә 4 йыйынтығы сыҡҡан, 130-ға яҡын әҫәре сит илдә баҫылған. Уның романдары буйынса төшөрөлгән фильмдарҙы бөтә донъя ҡараған- «Һуңғы залп», «Тынлыҡ», «Эҫе ҡар», «Батальондар ут һорай», «Яр», «Һайлау». Бондаревтың сценарие буйынса «Ҡотолоу» эпопеяһы төшөрөлгән.
Беҙҙең илдә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында - ҡатнашыусы һәм шаһит күҙлегенән беренсе тапҡыр ысын барлығын күрһәтергә тырышҡан яҙыусылар тоҡомона Бондарев та инә. Ул билдәле лейтенант прозаһы ине, Бондарев - уның бер абруйлы барлыҡҡа килтереүсеһе.
«Һуғыш темаһы мине бер минутҡа ла ебәрмәй»- ти 2014 йылдың 15 мартында үҙенең 90 йәшен үткәргән яҙыусы.
Һуғышта һәр кем һайлау алдында тора. Бондарев бер тапҡыр һәм мәңгегә үҙенең ҡайһы яҡта булыуын билдәләгән, ул кешенең намыҫлылығы ярын һайлаған. Һуғышта яҙыусы иң мөһимен аңлаған: «кеше мөхәббәт өсөн тыуған, ә нәфрәт өсөн түгел»(«Батальондар ут һорай» повесының геройының һүҙе).
Күрһәткескә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының фондындағы баҫмалар уҡыусылар өсөн уңайлы булған форматта индерелгән: рельеф-нөктәле Л.Брайль шрифы, яҫы баҫмалы һәм тауышлы китаптар. Унан башҡа,  китапхананың сайтында «Михайловтың интернет-китапханаһы» тигән бүлегендә һеҙ яҙыусының ҡайһы бер әҫәрҙәрен тыңлай һәм үҙегеҙгә күсереп алырға мөмкинлек бар. Уның өсөн регистрация үтергә кәрәк.
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.