"Ҡараңғыла йөрөү" квесы үтте

Прошел очередной квест «Прогулка в темноте»
Махсус китапханала "Ҡараңғыла йөрөү" квесы үтте. Уйын Пушкин картаһы буйынса урта-махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн үтте. 
Квеста ҡатнашыусылар, китапхана етәкселәре аҫтында һәм үҙаллы ла, дөм ҡараңғыла  бүлмәләр буйлап йөрөнөләр. 
Уйын аҙағында тифлокомментарийлы йәнһүрәт күрһәтелде.
 

Республиканский конкурс «Читаем вместе. Тактильные книги - детям»

Республиканский конкурс «Читаем вместе. Тактильные книги - детям»

Күреү һәләтенән яҙған кескәйҙәр өсөн тактиль китаптар яһау буйынса "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" Республика конкурсы үткәрелә. Конкурстың маҡсаты - тактиль китаптар яһау буйынса иң яҡшы практикаларҙы билдәләү. Ойоштороусылары: М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы. 


Конкурс Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Ҡатнашырға балаларҙы тәрбиәләү һәм белем биреүгә бәйле Башҡортостан республикаһы учреждениелары, китапханалары белгестәре, ижади берекмәләр, республика территорияһында йәшәүселәр саҡырыла. 
Конкурс 20 апрелдән 26 майға тиклем барасаҡ. 
Һөҙөмтәләрҙе иғлан итеү һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантаналы рәүештә буласаҡ. 
Конкурс тураһында ентекләберәк Конкурсы  бүлегендә танышырға мөмкин.

 

Йәйге әҙәби резиденцияға саҡырыу 

Приглашение в летние литературные резиденции
Приглашение в летние литературные резиденции
Рәсәй яҙыусылар һәм нәшриәттәр союзы ассоциацияһы балалар әҙәбиәте һәм ҡыҙыу сюжетлы проза яҙыусыларын әҙәби резиденцияға саҡыра. 
Әҙәби резиденция - яҙыусыларҙың ял, хеҙмәт һәм илһам урыны. Бында улар 20 көн дауамында эшләйҙәр, дуҫтарса аралашалар, шулай уҡ уҡыусылар менән осрашалар, ижади осрашыуҙар үткәрәләр, яңы төбәк менән танышалар. Бында билдәле яҙыусыларҙан, мөхәррирҙәрҙән һәм нәшриәттәрҙән профессиональ ярҙам алыу мөмкинлеге бар.

Подробнее: условия Конкурса, Положения в разделе Конкурсы

"Һәр кем ярҙам итә ала" шәфҡәтлелек акцияһы

Благотворительная акция «Помочь может каждый»
22 апрель 12.00 алып 19.00 тиклем Өфөнөң Ультра ҺКҮ-дә "Һәр кем ярҙам итә ала" шәфҡәтлелек акцияһы үтәсәк. Һуҡырҙар өсөн китапханаға ярҙам итегеҙ. Бының өсөн киләһе әйберҙәрҙе килтерегеҙ: 
- гипоаллергиялы майҙар. 
Махсус китапхана инвалидтар өсөн әҙәбиәт һаҡлай, уларға мәғлүмәт еткереүсе үҙәк булып тора, стационар һәм виртуаль рәүештә инвалидтарҙы хеҙмәтләндерә. 
Был бүләктәрҙе китапхана "Квест. Ҡараңғыла йөрөү" проектында ҡулланасаҡ. 
Тулыраҡ мәғлүмәт +79177418069, +79639024444  телефондары буйынса. 
#помочьможеткаждый

"Еңеү" командалы интеллектуаль уйын 

Командная интеллектуальная игра «Победа»
Командная интеллектуальная игра «Победа»

Еңеү көнө алдынан Республика Хәрби Дан музейында "Еңеү" интеллектуаль уйыны үтте. Сара Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналды. 
Интеллектуаль уйында Башҡортостан республика милли музей, Башҡортостан республика милли әҙәби музей, М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана, Республика халыҡ ижады үҙәге, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы командалары ҡатнашты. 
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында яҡшы белемдәрен һәм яҡшы команда эшен күрһәтте. 
Беренсе урынды "Милли музей" командаһы алды. 
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уйын өсөн рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. 
Альбом: https://vk.com/album-67249067_291384044
Сығанаҡ: Республика Хәрби Дан музейы.
 

 

 

 

Санкт-Петербургта конференция 

Конференция с Санкт-Петербурге
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Инклюзив үҙәк булараҡ махсус китапхана: үҫеш проблемалары һәм перспективалары" конференцияһында ҡатнашты. 

6-7 апрель һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн  Санкт-Петербург дәүләт үҙәк махсус китапханаһында халыҡ-ара ғилми конференция үтте. Сара мәҙәниәт өлкәһендә инклюзив практик һәм теоретик аспекттарҙы тормошҡа ашырыуға арналды. 
Конференцияла Рәсәйҙең 40 төбәгенән 150-нән ашыу белгес ҡатнашты. 
Конференция эшендә М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһынан директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева ҡатнашты. Сығышында ул балаларҙы тәрбиәләүҙә инклюзив ысулдар тураһында һөйләне. 
Сара аҙағында ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни программа ойошторолдо.

"Островский донъяһында" әҙәби бүлмә

Литературная гостиная «В  мире Островского»
Александр Николай улы Островский рус мәҙәниәтендә үҙенсәлекле урынды алып тора. Ул йәшәгән сағында уҡ рус милли театрына нигеҙ һалыусы тип таныла. 12 апрель махсус китапхана уҡыусылары "Островский донъяһында" әҙәби бүлмәһендә булып ҡайттылар. Китапханасылар Островскийҙың ижады менән таныштырҙылар, викторина үткәрҙеләр. Ҡунаҡтар белемдәрен тикшереп ҡаранылар һәм яҙыусының әҫәрҙәрен хәтергә төшөрҙөләр. Шулай уҡ сарала "Ҡаты романс", "Бальзаминовтың өйләнеүе" фильмдарынан фрагменттар күрһәтелде, "Ҡыҙҙар менән еләккә йөрөйбөҙ" операһынан ария яңғыраны.

Христостың терелеүе менән!

Со Светлым Христовым Воскресением! 


Беҙ китапханабыҙҙың православия динен йөрөтөүселәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә сикһеҙ бәхет, һаулыҡ һәм уңыштар телайбеҙ. Йортоғоҙҙа һәр саҡ тыныс һәм йылы булһын. Һәр көнгә ҡыуанып, күберәк йылмайып йәшәгеҙ. Яҡындарығыҙҙы онотмағыҙ. Эргәгеҙҙә өмөт һәм мөхәббәт эйәреп йөрөһөн.

К"Мөғжизәле һәм серле ғаләм" ҡыҙыҡлы ваҡиғалар калейдоскобы

Калейдоскоп интересных событий "О чудесах и тайнах Вселенной"
Космонавтика көнөнә ҡарата махсус китапханала онлайн режимда китапханасылар "Мөғжизәле һәм серле ғаләм" ҡыҙыҡлы ваҡиғалар калейдоскобын үткәрҙе. Тамашасыларға астрономияның барлыҡҡа килеүе, йондоҙло карта һәм йондоҙҙар, галактикалар тураһында һөйләнеләр. Меңәрләгән йылдар буйы беҙҙең ата-бабаларыбыҙ күкте күҙәткән һәм тәжрибә йыйған. Йондоҙҙар уларға сәйәхәтселәргә юл күрһәткән, Айҙың юғалыуы һәм яңынан тыуыуы ай календарына нигеҙ һалған. Космосҡа тәүге тапҡыр осош яһау - цивилизация үҫешендә ҙур аҙым. 12 апрель Рәсәйҙә һәм бөтә илдә космонавтика көнө билдәләнә. Беҙҙең китапхана ғаләм, космос, планеталар һәм йондоҙҙар тураһында төрлө әҙәбиәт тәҡдим итә. Трансляция Одноклассники платформаһында. Трансляция на платформе Одноклассники 

Издан аудиосборник "По страницам журнала Агидель"

Издан аудиосборник "По страницам журнала Агидель"
Издан аудиосборник "По страницам журнала Агидель"
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында башҡорт телендә «Журнал биттәре буйлап» һанлы аудиойыйынтығы сыҡты. Йыйынтыҡ «Ағиҙел» әҙәби-публицистик журналының 100 йыллыҡ юбилейына арналған.
Аудиойыйынтыҡ флешкарталарҙа донъя күрҙе, уға 2011-2022 йылдарҙағы һандарҙан һайланып алынған бүлектәр ингән. Бөтәһе 520 сәғәтлек аудиояҙма тупланған.
«Ағиҙел» журналы биттәрендә Башҡортостан яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре һәм ғалимдарҙың әҙәбиәт ғилеме буйынса хеҙмәттәре менән бер рәттән республиканың сәйәси, социаль һәм иҡтисади хәле, фән, мәҙәниәт, мәғариф үҫеше тураһында мәҡәләләр даими баҫылып тора.
Техник эшкәртеү процесынан һуң «һөйләүсе» китаптар Өфөлә һәм республика ҡалаларында һуҡырҙар өсөн махсус китапханалар фондына тапшырыласаҡ.

 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.