Республика ғилми-практик семинары үтәсәк 

Пройдет республиканский научно-практический семинар
28 март Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы, М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Китапханасылар һәм волонтерҙар: мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялау буйынса яңы ысулдар" республика ғилми-практик семинарын үткәрә. 

Семинарҙа киләһе һорауҙарҙы ҡарау планлаштырыла: 
• китапхана эшен - мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең мәҙәни ялын үҫтереү майҙанын ойоштороу;
• китапхана проекттарына волонтерҙар йәлеп итеү; 
• китапханаларҙа волонтерҙар эшен ойоштороу; 
• мөмкинлектәр һәм кәртәләр: Рәсәй китапханаларында волонтерлыҡ; 
• аҙ мобилле граждандарҙы волонтерҙар ярҙамында китапхананың ижади эшмәкәрлегенә йәлеп итеү һ. б. 
Семинарҙа ҡатнашырға республиканың дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары белгестәре, махсус китапхананың инвалидтар менән эшләү пункттары саҡырыла. 
Бөтәһенә лә республика ғилми-практик семинарында ҡатнашыусы сертификаты тапшырыласаҡ. 
Семинар түбәндәге адрес буйынса үтәсәк: 
Өфө ҡ., Киров урамы, 47. М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы. 
Башланыу ваҡыты: 11:00.
Теркәлеү: 10:30-11.00

"Тере һүҙ - 2023" конкурсы 

Конкурс  «Живое слово-2023»
Конкурс  «Живое слово-2023»
Бөгөн, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Тере һүҙ - 2023" Республика конкурсы уҙғарыла. 
Конкурстың маҡсаты: инвалидтарҙы мәҙәниәт һәм сәнғәт ысулдары менән төрлө яҡтан реабилитациялау; СМИ-ны һуҡырҙарҙың проблемаларына иғтибарын ылыҡтырыу. 
Конкурстың ойоштороусыһы Башҡорт республика Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы. 
Республика конкурсында һуҡырҙар ҡатнаша, һәр ойошманан бишкә тиклем кеше. Йәш категорияһы 18+. Конкурс ике номинацияла үтә: "Нәфис уҡыу" һәм "автор уҡыуы".
Конкурс дистанцион форматта үтә. Ҡатнашыусылар ZOOM платформаһына ҡушыласаҡ.

Сираттағы квест уйыны үтте. 

Прошел очередной квест
Прошел очередной квест
Махсус китапханала "Ҡараңғыла йөрөү" квесы үтте. Ҡыҙыҡлы уйын Пушкин картаһы буйынса үткәрелде. Сарала Хоҡуҡ институты студенттары ҡатнашты. 
Ҡатнашыусылар китапханасылар етәкселеге аҫтында һәм үҙаллы ҡараңғы бүлмәләр буйлап йөрөнөләр. Был уларға һуҡырҙар тормошон тойорға һәм аңларға ярҙам итте. Тауыштар, еҫтәр барыһы ла уларға тәҡдим ителде. 
Уйын аҙағында ҡатнашыусылар тифлокомментарийлы йәнһүрәт ҡаранылар.

"Традицион спорт төрҙәре" әсбабы 

Пособие «Традиционные виды спорта» для незрячих
Пособие «Традиционные виды спорта» для незрячих
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә "Традицион спорт төрҙәре" ҡабарынҡы график шрифлы әсбап баҫылды. Әсбапта көрәш һәм ат спорты бирелде. 
Милли спорт төрҙәре халыҡ тормошонда мөһим роль уйнай. Ат спорты "Ылаҡ уйыны" һәм милли көрәш йола байрамдары программаларына ингән. Һәм быуаттар буйына һаҡланып килгән. Ошо милли спорт төрҙәренә был әсбап бағышлана. 
Техник эшкәртеү үткәндән һуң, әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры көнөнә 

К Международному дню театра кукол
Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры һәм балалар китабы аҙналығында Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе уҡыусылары "Үгәй ҡыҙ" башҡорт халыҡ әкиәтен ҡуйҙы. 
Спектаклдә 2 класс уҡыусылары ҡатнашты. Сценарийҙы китапханасы Татьяна Резяпкина төҙөнө.

Өфөлә I республика китапханалар форумы үтте. 

В Уфе прошел I республиканский форум библиотек
"Арт-Ҡоролтай" мәҙәни форумы эшен тамамланы. Форум өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Майҙандарҙа мәҙәниәт өлкәһендә стратегик һорауҙар хәл ителде. Быйыл сара уҡытыусылар йылына бағышланды. Төрлө тематик секциялар төбәктең мәҙәни үҫешен күрһәтте. 
Төп секцияларҙың береһе булып, быйылғы йылда тәүге китапханалар форумы торҙо. Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй дәүләт китапханаһы генераль директоры Вадим Дуда сәләмләне. Ул милләт үҙенсәлектәрен һаҡлауҙың актуаллеге тураһында әйтеп үтте һәм форум эштәрендә уңыштар теләне. 
Шулай уҡ, секция эшендә Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы директоры урынбаҫары Ольга Мезенцева, модель китапханалар департаментының төп белгесе Анастасия Полякова, Белгород дәүләт универсаль ғилми китапхана директоры урынбаҫары Светлана Бражникова, китап магазины директоры Диана Асянова сығыш яһанылар.

"Тыуған еремдә Рәсәй тарихы" төбәк-ара күргәҙмәһе 

Межрегиональная выставка «В краю моем история России»
Махсус китапханала "Тыуған еремдә Рәсәй тарихы" төбәк-ара күргәҙмәһе  асылды. Күргәҙмә Липецк өлкә махсус китапханаһы тарафынан әҙерләнгән. 
Күргәҙмә бер-нисә бүлектән тора. Айырым бер бүлек Липецк өлкәһенең үҫешенә бағышлана. Бында тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, ауылдаштарҙың батырлыҡтары, храм һәм сиркәүҙәр буйынса китаптар тәҡдим ителә. 
Күргәҙмәнең икенсе бүлеге Липецктың икенсе тапҡыр тыуыуы, уның биографияһы, металлургик үҙәк булараҡ тарихына бәйле. Бында энциклопедик баҫмаларҙы күрергә мөмкин. Әсбаптар үрге палеолит осоронан бөгөнгө көнгә тиклемге тарихты үҙ эсенә индергән. 
Ҡунаҡтарға заманса Липецк тураһында административ, өлкәне иҡтисади-географик төҙөкләндереүгә бағышланған бүлек һөйләйәсәк. 
"Исемдәр тыуған яҡ яҙмаларында" бүлеге Липецк ерендә йәшәгән яҡташтар һәм бөйөк кешеләр тураһында һөйләй. 
Экспозициялағы китаптар араһында яраҡлаштырылған баҫмалар ҙа бар. Был биографик справочниктар билдәле кешеләрҙең тормош юлы менән таныштыра. 
"Липецк өлкәһе: туристик маршруттар буйлап" бүлеге  туристик инфраструктура, ҡыҙыҡлы урындар менән таныштыра. Шулай уҡ халыҡ һөнәрселеге әйберҙәре менән дә танышырға мөмкин. 
Апрель башында күргәҙмә Липецк ҡалаһына әйләнеп ҡайтасаҡ.

"Ысын кеше" әҙәби портрет. 

Литературный портрет «Настоящий человек»
17 март билдәле рус совет яҙыусыһы, хәрби корреспондент Борис Николай улы Полевтың тыуыуына 115 йыл тула. Махсус китапханала ошо дата айҡанлы уҡыусылар менән осрашыу үтте. 
Борис Полевой һуғыш юлын баштан аҙағына хәтлем үткән кеше. Һуғыштан һуң ысын кеше "Ысын кеше тураһында повесть" яҙа. Был повесть бөтә донъяны яулай. 
Китапханасылар уҡыусыларҙы әҙиптең тормошо һәм ижады менән таныштырҙылар. Хәрби журналист тарихын һөйләнеләр. "Ысын кеше тураһында повесть" кинофильмынан кадрҙар ҡаранылар, йыр тыңланылар.

Сабир Шәриповтың "Ҡолонташ" китабы баҫылды 

Издана книга Сабира Шарипова «Кулунташ»
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә Сабир Шәриповтың "Ҡолонташ" китабы донъя күрҙе. Әҫәр Брайль шрифында баҫтырылды. 
Яҙыусы Сабир Нәғим улы Шәрипов 1948 йылдың 20 мартында Белорет районы, Бәке ауылында тыуған. Белорет педучилищеһын тамамлағандан һуң, уҡытыусы булып эшләй. БДУ-ны бөткәндән һуң, "Совет Башҡортостаны" гәзитенә эшкә саҡырыла. Сабир Нәғим улы унлаған проза китаптары авторы. Улар украин, немец, төрөк телдәрендә лә баҫтырыла. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң, "Ҡолонташ" китапхана фондына һәм филиалдарға таратыласаҡ.

Республика китапханалар форумы 

В Уфе в рамках «АРТ-Курултая» состоится I республиканский форум библиотек
17-18 март Өфөлә "Арт-Ҡоролтай" сиктәрендә I республика китапханалар форумы үтәсәк. Төрлө тематик һәм интерактив секциялар ойоштороласаҡ. 
Арт-Ҡоролтайҙың төп секцияларҙың береһе булып беренсе китапханалар форумы буласаҡ. 
Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй дәүләт китапханаһы директоры Вадим Дуда онлайн режимда сәләмләйәсәк. 
Секция эшендә Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы директор урынбаҫары Ольга Мезенцева, модель китапханалар Департаменты баш белгесе Анастасия Полякова, Белгород дәүләт универсаль ғилми китапхана директоры урынбаҫары Светлана Бражникова, "Юлдар араһында. Китаптар һәм ҡәһүә" китап магазины хужаһы Диана Асянова, шулай уҡ, республика китапханалар хеҙмәткәрҙәре, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашасаҡ. 
Ольга Мезенцева "Бел.Уҡы" балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уҡыу проектын тәҡдим итәсәк. 
Анастасия Полякова "Яңы быуын китапханаларҙың локаль идентификацияһы" доклады менән сығыш яһаясаҡ. 
Беренсе республика китапханалар форумы PRO.Культура.РФ платформаһында онлайн трансляция менән оҙатылып барасаҡ. Һылтанма: https://youtube.com/live/ANKoIuCgBxA?feature=share
Сығанаҡ: Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы.

 

 

 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.