Махсус китапхананың методик эшмәкәрлеге сиктәрендә, 22 сентябрь ZOOM платформаһында дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары өсөн тифлосессия үтәсәк.
Баймаҡ, Сибай һәм Әбйәлил райондарындағы китапхана белгестәре мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мәғлүмәт еткереү хоҡуҡи һәм халыҡ-ара акттар тураһында һорауҙар ҡараясаҡ.
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә яңы әсбап баҫтырылды. Баҫма Брайль шрифты менән яҙылды, ҡабарынҡы график иллюстрациялар менән биҙәлде. 
Баҫма Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына: снайпер Наталья Ковшоваға, осоусы Мәғүбә Сыртлановаға бағышлана. 
Әлеге ваҡытта әсбап техник төҙәтмәлә. Һуңынан ул махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.
Нет аудиозаголовка!!!
 
"Батша ауылы" дәүләт музей-заповеднигы Әбей батша һарайындағы сиркәүгә онлайн экскурсия тәҡдим итә. 
Сиркәү XVIII быуатта төҙөлгән. Проекттың авторы: Франческо Растрелли. 
 
 
 

Милли кейем көнөнә ҡарата, махсус китапхананың Бәләбәй филиалы китапханасылары "Милли кейем тарихы" этник әңгәмә ойошторҙо. Тифлокомментарийлы видеороликтан ҡунаҡтар башҡорт халҡының милли кейеме тарихы, төрлө биҙәүес әйберҙәре менән танышты. 


Шулай уҡ был филиалда интеллектуаль уйын да үткәрелде. Сараға Башҡорт гимназияһының 3 класс уҡыусылары саҡырылды. Осрашыу уйын һәм викторина менән тамамланды.

 
Онлайн режимда Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференция үтте. Сара һуҡырҙар өсөн Һамар өлкә китапханаһы, Һамар өлкәһе мәҙәниәт министрлығы, инвалидтарҙы хеҙмәтләндереүсе китапхана секциялары ойошторҙо. 

Беҙҙең китапхананан директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева доклад менән сығыш яһаны. 
Конференция сиктәрендә коллегалар махсус китапханаларҙың мәғлүмәт киңлегендә цифровизация һорауҙарын ҡаранылар, эш ҡоралдары, системалы ҡараш, яңыса фекер йөрөтөү, яңы идеялар һәм илһам тураһында әңгәмә алып барҙылар. 
Конференцияла Һамар, Мәскәү, Новосибирск, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Саратов, Свердловск, Ставрополь, Астрахань, Саха һәм Сыуаш республикаларынан коллегалар ҡатнашты.
Нет аудиозаголовка!!!
Алишер Усмановтың "Сәнғәт, ғилем һәм спорт" шәфҡәтлелек фонды "Үҙенсәлекле ҡараш" программаһы сиктәрендә брайль дисплейын өлгәшеү өсөн үткәрелгән конкурстың һөҙөмтәләрен яһаны.
Бына ул еңеүселәр: Екатерина Анисимова (Воронеж өлкәһе, Түбәнге Мамон а.), Иван Ватаманов (Сыктывкар), Елена Ермакова (Екатеринбург), Анастасия Ковалева (Санкт-Петербург), Алексей Падалко (Өфө), Эльза Рафикова (Ҡазан), Арюна Соктуева (Улан-Удэ), Анастасия Тихонова (Тольятти), Александра Филатова (Воронеж), Ксения Хазимуратова (Верхняя Пышма), Эльвира Апсалямова (Иркутск), Александр Козлов (Георгиевск), Павел Обиух (Домодедово), Валерий Ремизов (Самара), Чинь Тхи Лан Фыонг (Өфө).

Источник: https://specialviewportal.ru/news/news809
© Информационный портал «Особый взгляд»
Нет аудиозаголовка!!!

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үләндәр бөтә ауырыуҙарға көс булыуына ышанғандар. Бының турала ентекләберәк материал һәм аудиоверсияла
 
Нет аудиозаголовка!!!
"Ҡатынды эҙләгеҙ" нәфис фильмы
Сыҡҡан йылы: 1982
Сығарған ил: СССР
Барыу ваҡыты: 152 мин.
Жанр: комедия
Ролдәрҙә: Софико Чиаурели, Леонид Куравлев, Сергей Юрский, Александр Абдулов, Елена Соловей, Людмила Дмитриева, Владимир Басов, Нина Тер-Осипян, Елена Укращенок, Леонид Ярмольник.
Режиссёр: Алла Сурикова.
 
Күсеү өсөн һылтанма: https://www.culture.ru/movies/2718/ishite-zhenshinu
Нет аудиозаголовка!!!
"Мадемуазель Нитуш" мюзиклы
Евгений Вахтангов исемендәге театр
Сыҡҡан йылы: 2016
Сығарған ил: Рәсәй
Барыу ваҡыты: 230 минут
Ролдәрҙә: Мария Аронова, Виктор Добронравов, Александр Олешко, Андрей Удалов, Евгения Крегжде, Ольга  Немогай, Нонна Гришаева.
Режиссёр: Владимир Иванов
Күсеү өсөн һылтанма:
Махсус китапханала Милли кейем көнөнә ҡарата фольклор кисә үтте. Сарала китапхана ҡунаҡтары Башҡортостан республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың йолалары менән танышты. Фото һәм презентациялар ярҙамында башҡорт, татар, рус, сыуаш милли кейемдәре күрһәтелде.
Таңсулпан Бураҡаеваның "Башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейеме" тифлокомментарийлы фильмын ҡаранылар. 
Мастер-класс барышында китапханасылар түшелдерек эшләү тураһында һөйләнеләр.

 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.