Нет аудиозаголовка!!!

Санкт-Петербург дәүләт театры
"Мюзик-холл"
Тип: спектакль
8 август, шәмбе, 20:00.
 
Халыҡ музыкаль драма "Борис Годунов" Модест Мусоргскийҙың рус операһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Был икеләтә классика, ике даһи бер әҫәрҙә осрашҡан - композитор һәм шағир, Модест Мусоргский һәм Александр Пушкин. Либреттоға һалынған трагедия тексы үҙгәрешһеҙ тип әйтергә була. 
Дирижер Фабио Мастранджело.
Ҡуйыусы режиссёр - Вадим Милков-Товстоногов.
Ҡуйыусы-рәссам - Юлия Гольцова.
Балетмейстер - Константин Чувашев.
Төп партияларҙы Виталий Янковский, Николай Гассиев, Артем Борисенко, Денис Беганский, Артем Мелихов, Елизавета Михайлова, Илья Лавелин, Артем Алешин башҡара. 
Трансляцияға һылтанма:
Ссылка на трансляцию https://www.culture.ru/live/10190/opera-boris-godunov
Нет аудиозаголовка!!!
6 августан алып 25 октябргә тиклем А. А. Бахрушин исемендәге ГЦТМ-да "Баҡса хакимлығы" күргәҙмәһе үтәсәк. Күргәҙмә А. Чеховтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арнала. 
Ә һеҙ Чехов әҫәрҙәрен иҫләйһегеҙме? Күргәҙмәгә барыр алдынан тест үтегеҙ. Һылтанма:
 
 
 
Нет аудиозаголовка!!!
Георгий Свиридов был сюитты нәфис фильмға яҙа. Әммә тик бына нисә йылдар инде ул "Яңылыҡтар" программаһы фонында яңғырай. 2014 йылда был сюитты Сочила үткән Олимпия уйындары тантанаһында уйнатылды. Билдәле әҫәрҙең тарихы тураһында киләһе һылтанма буйынса:
Подробнее по ссылке
 
 
4 август "Абай - иҫ киткес шәхес" Халыҡ-ара онлайн-конференция үтте. Сара Абай Ҡунанбаевтың тыуыуына 175 йыд тулыуға арналды.
Был сарала махсус китапхананың директор урынбаҫары Күсәрбаева Ирина Николай ҡыҙы ҡатнашты.
Онлайн-конференцияла Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Татарстан, Кузбасс ҡалаларындағы махсус китапхана вәкилдәре ҡатнашты. Коллегалар махсус китапханалар эшмәкәрлегенең актуаль һорауҙарын тикшерҙе, тәжрибә менән уртаҡлаштылар.
Махсус китапхана абонементы Эрнест Сетон-Томпсон әҫәрҙәренең китап күргәҙмәһен ойошторҙо. Күргәҙмә яҙыусының тыуыуына 160 йыл тулыуға арнала.
Эрнест Эван Томпсон 1860 йылдың 14 авгусында Великобританияның төньяҡ-көнсығышта ятҡан Саут-Шилдс ҡалаһында тыуған. Малайға алты йәш булғанда ғаилә Канадаға күсә. 

1879 йылда Парижда һүрәт төшөрөү сәнғәтен өйрәнә. Уның әҫәрҙәре йәнлектәр, ҡырағай тәбиғәт тураһында. Шулай уҡ ул антропология фәне менән ҡыҙыҡһына. Эрнест эскимостар һәм индеецтар тормошо тураһында "Кескәй ҡырағайҙар", "Гризли биографияһы", "Туҙ", "Урман тураһында китап" китаптарын баҫтыра.
Күргәҙмәлә түбәндәге әҫәрҙәр тәҡдим ителә:

«Говорящие» книги на магнитофонных кассетах:

Сетон-Томпсон. Мустанг-иноходец; Маленькие дикари [Звукозапись] : Рассказы о животных. Маленькие дикари; повесть: пер. с англ. / Сетон-Томпсон ; чит. Т.Телегина .— М. : Логос ВОС, 2007 .— 6 мфк. ( 22 ч 27 м 37 с): 2,38 см/с., 4 дор. — С изд.: М.: Олма-Пресс Образование, 2004.

Вартаньян, Э.А. Путешествие в слово [Электронный ресурс] / Э.А. Вартаньян ; чит. Е.Терновский .— М. : Логос ВОС, 2009 .— 1 фк. (42 ч 29 м) с. — Зап. с ориг. ИПТК "Логос" ВОС .— ISBN 978-5-93124-496-9

«Говорящие» книги на оптических СД-дисках:

Сетон-Томпсон, Э. Жизнь и повадки диких животных [Электронный ресурс] : пер. с англ. / Э. Сетон-Томпсон ; чит. И.Ерисанова .— М. : Логос ВОС, 2007 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 7 ч 39 м.- Формат МР3

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Сетон-Томпсон, Э. Крэг-кутенейский баран [Электронный ресурс] / Э. Сэтон-Томпсон ; чит. Т. Телегина .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3.
Сетон-Томпсон, Э. Мустанг-иноходец [Электронный ресурс] / Э. Сетон-Томпсон ; чит. Т. Телегина .— М. : Логосвос, 2009-2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 1.

Сетон-Томпсон, Э. Жизнь и повадки диких животных [Электронный ресурс] / Э. Сетон-Томпсон ; чит. И. Ерисанова .— М. : Логосвос, 2009-2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 1.

Сетон-Томпсон, Э. Рольф в лесах [Электронный ресурс] / Э. Сетон-Томпсон ; чит. И. Ерисанова .— М. : Логосвос, 2009-2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 1.

Нет аудиозаголовка!!!
2019 йылда Александр Вертинскийҙың тыуыуына 130 йыл тулды. Шансонье Киев ҡалаһында донъяға килә, Мәскәүҙә йәшәй. Һуңынан 25 йылын эмиграцияла үткәрә. Донъяның төрлө ҡалаларында туҡтай. 
Аудиоформатлы материалдарға күсеү өсөн һылтанма:
 https://www.culture.ru/materials/254280/goroda-v-zhizni-aleksandra-vertinskogo

 

Йыл дауамында аҙна һайын махсус китапханала тауыш менән гәзит һәм журналдар уҡыу барҙы. Китапханасылар темалар һайлайҙар һәм Скайп программаһы аша йәки телефон аша онлайн уҡыуҙар үтте. 
2020 йыл Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған. Ошоға бәйле "Һуғышы хәтирәләре" рубрикаһы булдырылды. Рубрикала хәрби хәрәкәттәр барышындағы айырым ваҡиғалар, ауыр мәлдәр, батырлыҡтар, тылдағы еңеүҙәр тураһында һөйләнелә.

 

Изге Ҡорбан байрамы
Ҡорбан байрамы мосолмандарҙың иң изге байрамдарының береһе. Тап ошо байрамда беҙ үҙебеҙҙең сабырлыҡты, дуҫлыҡты, бер-береңде хөрмәтләүҙе, йомартлыҡты күрһәтә алабыҙ.
Был байрам быуаттар аша үткән. Һәм беҙ уны киләсәк быуындарыбыҙға ла еткерергә тейешбеҙ. Хөрмәтле уҡыусылар! Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе ошо яҡты байрам менән ихлас күңелдән ҡотлай. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ. Һәр йортта ла мөхәббәт һәм татыулыҡ хөкөм итһен, атыр таңдарыбыҙ ҡояшлы, күгебеҙ тыныс булһын. Байрам мөбәрәк булһын.

Хөрмәтле китап уҡыусылар! 31 июль Ҡорбан байрамы уңайынан китапхана 30 июль 15:00 сәғәткә тиклем эшләй. 
31 июль - ял көнө

 

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата махсус китапханала "Бөйөк Ватан һуғышы бүләктәре" ҡабарынҡы график әсбап баҫтырылды.
Әсбаптың маҡсаты - патриотик рух тәрбиәләү, туған тарихҡа һөйөү һәм хөрмәт хистәрен үҫтереү, халыҡты ауыр һуғыш йылдарын онотмасҡа саҡырыу. Әсбап "Башҡортостан тарихы" дәрестәрендә өҫтәлмә әҙәбиәт булараҡ ҡулланылырға мөмкин.


Тарихҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, Рәсәй һәр ваҡыт баҫҡынсылар менән алышта. Шуға күрә, әлбиттә, ата-бабаларыбыҙ күрһәткән батырлыҡтар мәңге хәтерҙә йәшәргә тейеш. Батырлыҡтары һәм бүләктәре, орден-миҙалдары һ.б.
Иң яңы Рәсәй тарихында һуңғы награда - ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына билдәләнгән миҙал.
Әсбапта Тыуған илгә тоғролоҡ, батырлыҡ орденын тасуирлау тәҡдим ителә. Улар араһында Александр Невский, Богдан Хмельницкий, Ҡыҙыл йондоҙ, Кутузов, Нахимов, Суворов, Ушаков, Ленин, Ватан һуғышы, Еңеү ордендары ла бар.
Әсбап насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт, ә һуҡырҙар өсөн Брайль шрифты менән бирелгән. Ҡабарынҡы график рәсемдәр менән биҙәлгән.
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң, әсбап махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.