"Заман батыры"

"Герой своего времени"
27 июль махсус китапханала М.Ю. Лермонтовтың иҫтәлегенә арналған "Заман батыры" лекцияһы үтте. 
Лекция барышында китапхана ҡулланыусылары рус яҙыусыһының биографияһы, әҫәрҙәренең геройҙары менән танышты.

М. Ю. Лермонтовтың ғүмере бик ҡыҫҡа була. Әммә әҫәрҙәре рус әҙәбиәте шедеврҙарына инә. 
Буласаҡ шағир 1814 йылда Мәскәүҙә тыуа. Өс йәшендә әсәһе үлеп ҡала. Малай Тарханға өләсәһе Елизавета Алексей ҡыҙына ҡайта. Өләсәһе уға француз гувернерын яллай. Шуға күрә лә Михаил немец һәм француз телен бик яҡшы белә. Байронды һәм Шиллерҙы уҡый. 
Лермонтов бала сағында йыш ауырый, шуға ла өләсәһе уны Кавказға дауаланырға алып китә. Кавказ шағирҙың яратҡан урынына әүерелә.
Лермонтов 14 йәшендә пансионда белем ала башлай, аҙаҡ Мәскәү университетында, һуңынан офицерҙар мәктәбендә уҡый.
"Шағирҙың үлеменә" шиғыры уға киң танылыу алып килә. Әммә уны революциоға саҡырыуҙа ғәйепләп, Кавказға оҙаталар. Бында уның "Маскарад", "Мцыри" әҫәрҙәре тыуа.
1841 йылда ул тағы ла Кавказға һөргөнгә ебәрелә. Тик юлда иптәше Н. Мартынов менән уның араһында бәхәс ҡуба. 27 йәшлек шағир дуэльға саҡырыла һәм... һәләк була. 
Китапханасылар яҙыусының "Бородино", "Шағир үлеме", "Парус", "Фәҡир", "Пәйғәмбәр", "Шағир" әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡынылар. 
Лекция "БРСБС-КЛИК" чатында онлайн режимда үтте.

Император юлы. Батша ауылынан Екатеринбургка тиклем

2018 йылда, император ғаиләһенең вафат булыуына 100 йыл тулғанда, Рәсәйҙә "Император юлы" Милли туристик проектын эшләп сығарҙылар. 
Иң юғары статуслы ауыл Батша ауылы, Балалар ауылы, Пушкин. Ике матур һарайлы, парклы, бай тарихлы бәләкәй генә ҡаласыҡ. Романовтарҙың император йорто Санкт-Петербургтың бөйөк архитектураларына инә, ә лицеист Пушкин уға шиғырҙарында дан йырын йырлай.
Әйҙәгеҙ, Наталья Летникова менән бергә был бөйөк ауылдың тарихын хәтергә төшөрәйек. Һылтанма:

"Ярғанат". "Мәскәү опереттаһы" театры.

"Летучая мышь" ТЕАТР «МОСКОВСКАЯ ОПЕРЕТТА»
"Ярғанат". "Мәскәү опереттаһы"  театры.
"Ярғанат" опереттаһы
Сыҡҡан йылы:1984

Ил: СССР
Оҙайлығы: 139 мин.
Ролдәрҙә: Юрий Веденеев, Светлана Варгузова, Лилиә Амарфий, Владимир Николаев, Николай Коршилов, Валерий Батейко, Валерий Барынин, Дмитрий Твердохлёбов, Вячеслав Богачёв.
Режиссёр: Георгий Ансимов.
12+
Тәүге тапҡыр "Ярғанат"ты бик һалҡын ҡабул итәләр. Оло уңыш уға ни бары, премьеранан һуң егерме йыл үткәс кенә килә. Мәскәү оперетта театрында әҫәр бер юғала, бер күрһәтелә. Баш ҡала сәхнәһенә ул 1933 йылда "осоп килә", һуңынан 1962 йылда, 1972 йылда. Өсөнсө версияны билдәле баш ҡала режиссёры Георгий Ансимов ҡуя. Спектаклде әле лә Мәскәү дәүләт академия оперетта театрында күрергә була. Һеҙҙең иғтибарға опереттаның видеояҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Күсеү өсөн һылтанма:  https://www.culture.ru/movies/1504/letuchaya-mysh

Халыҡ-ара шахмат көнөнә.

К Международному дню шахмат.
Махсус китапханала Халыҡ-ара шахмат көнөнә арналған "Ҡара һәм аҡ ялан буйлап сәйәхәт" тематик программа уҙҙы.
Китапханасылар ҡатнашыусыларға шахмат тарихын һөйләнеләр, уйындың төп ҡағиҙәләре менән таныштырҙылар. Шахмат тураһында фильм ҡаранылар, викторина һәм ребус һорауҙарына яуап бирҙеләр. Шахмат уйынын өйрәнергә теләүселәргә онлайн консультация бирелде.

Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы, тыуған көнөгөҙ менән!

Лилия Тимергаязовна, С днем рождения!
Хәйбуллина Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында 30 йылдан ашыу эшләй. 1985 йылда Өфө китапхана техникумын тамамлай.
Ошо йыл арауығында ул үҙен оҫта белгес, яҡшы ойоштороусы, яуаплы эшсе итеп күрһәтә. Инвалидтарҙың ял ваҡытын ойоштороуға, музыкаль-әҙәби кисәләр, китап презентацияларын, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар үткәреүгә күп көсөн һала. 

Үҙ эшен ул оло яуаплылыҡ менән башҡара. Филиал, уның етәкселегендә, республика, Бөтә Рәсәй, китапхана семинар һәм конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. 
Хеҙмәте өсөн бер-нисә тапҡыр Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә: 2015 йылда Хәйбуллина Лилиә Тимерғаяз ҡыҙына "Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре" исеме бирелә.
Хөрмәтле Лилиә Тимерғаяз ҡыҙы! Һеҙҙе ихлас күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙгә именлек, бәхет-шатлыҡтар ғына теләйбеҙ. Уңыш һәр ваҡыт һеҙгә юлдаш булһын. Ҡайғы, ауырыуҙар күрмәй йәшәгеҙ.
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.

Бөтә донъя шоколад көнөнә

К Всемирному дню шоколада

Махсус китапханала Бөтә донъя шоколад көнөнә арналған "Тәмлетамаҡтар хыялы" шоколад яратыусылар осрашыуы уҙҙы. Был көндө китапханаға килеүселәр бер-нисә төр шоколад тәмләп ҡаранылар. Байрамдың килеп сығыу тарихы менән таныштылар. Шулай уҡ викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр Instagram

Екатерина II һәм француз мәғрифәтселәре

«Екатерина II и французские просветители».
"Екатерина II һәм француз мәғрифәтселәре" лекцияһы Екатерина II тураһындағы циклға инә. Уны 2018 йылда "Царицыно" дәүләт музей-заповеднигы сығарҙы. 
Тарихсы Сергей Карп ни өсөн Екатерина II Вольтер, Шарль Монтескьё, Фридрих  Мельхиор Гримм, Дени Дидро фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынғаны тураһында һөйләй. Лекцияның бер өлөшө  абсолютизмды тасуирлаған документҡа бағышлана. Екатерина уны Дидро һәм Монтескьё әҫәрҙәренән тәьҫирләнеп төҙөй.

Ссылка для перехода https://www.culture.ru/movies/4298/ekaterina-ii-i-francuzskie-prosvetiteli-iz-cikla-ekaterina-ii-ostroumnaya-istoriya

"Музыкаль сәйәхәт". Популяр музыка концерты

«Музыкальные путешествия». Летние концерты популярной музыки
 
Мәскәү филармонияһының "Музыкаль сәйәхәт" йәйге концертын тыңларға тәҡдим итәбеҙ. 
Дирижер - Алексей Рубин
Фортепиано - Сергей Тарасов
Модест Мусоргский
"Мәскәү йылғаһында таң" - "Хованщина" операһына сығыш.
Петр Илья улы Чайковский
Оркестр менән фортепиано өсөн 1-се концерт
Сергей Рахманинов
2-се Симфония
Күсеү өсөн һылтанма:  https://www.culture.ru/movies/3474/muzykalnye-puteshestviya-letnie-koncerty-populyarnoi-klassiki-rossiya
 

"Рус император портреты хөкүмәт символы булараҡ". "Екатерина II: үтә аҡыллы тарих" циклынан

«Русский императорский портрет как символ власти». Из цикла «Екатерина II: остроумная история»

"Рус император портреты хөкүмәт символы булараҡ" лекцияһын "Царицыно"  дәүләт музей-заповеднигы 2018 йылда сығарҙы. 
Тарихсы Екатерина Болтуновна император портретының дәүләт эштәрендә ниндәй роль уйнауы тураһында һөйләй. Портрет алдында приказдар уҡыла, сит ил етәкселәренә тәьҫораттар һалалар. 
Күсеү өсөн һылтанма: https://www.culture.ru/movies/4300/russkii-imperatorskii-portret-kak-simvol-vlasti-iz-cikla-ekaterina-ii-ostroumnaya-istoriya

"Екатерина II мода диктаты"

«Модный диктат Екатерины II». Из цикла «Екатерина II: остроумная история»

"Екатерина II мода диктаты" лекцияһын белгес Максим Понятовский бәйән итә. Был лекция Екатерина II-нең тиранлығы хаҡында. Һарайҙа йәшәүселәргә ул нисек кейенергә фармандарын сығара.
Күсеү өсөн һылтанма: https://www.culture.ru/movies/4296/modnyi-diktat-ekateriny-ii-iz-cikla-ekaterina-ii-ostroumnaya-istoriya

 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.