Фондтарҙы каталоглау һәм үҫтереү бүлеге

  Бүлек - китапхананың универсаль фондын нигеҙле һәм маҡсатҡа ярҙамлы рәүештә ғилми, тарихи, мәғлүмәти һәм художество әһәмиәте булған профилгә ярашлы

- ваҡытлы матбуғаттың баҫма һәм электрон формаларына яҙылыуҙы ойоштора,

-яңы килгән китаптарҙы эшкәртә,

- китапхана каталогтарының баҫма һәм электрон төрҙәрен булдыра,уларҙы редакторлай,

-китап фондын реставрациялай,

-үткән йылдарҙағы комплектлау барышында киткән хата һәм етешһеҙлектәрҙе төҙәтә. Бының өсөн

-китаптар менән алмашыу

-яңы баҫмалар һатып алыу,

- бүләктәр ҡабул итеү,

- тактиль һәм  эре шрифлы баҫмаларҙың крайҙы өйрәтеү характерындағыларын нәшер итеүҙе ( рельефлы нөктә шрифы, рельефлы графика, ҡулдан яһалған тактиль ҡулланмалар файҙаланыла) ойоштора.

Һуҡырҙар китапханаһына йыл һайын 8-9 мең китап килә. Улар төрлө формаларҙа баҫылған була: флэш-карталарҙа,

- махсус нәшер ителгәндәр:  кассета, компакт-дискыларҙа, флэш-карталарға яҙылған брайл һәм "һөйләүсе" китаптар;

- урындағы һәм үҙәк  нәшриәттәрҙең китап магазиндарынан алынған китаптар;

- китапхана үҙе нәшер иткән китаптар.

Бүлек "РУСЛАН" программа тэьмин ителеше менән йыһазландырылған, хеҙмәткәрҙәрҙең эш урыны автоматлаштырылған. Китапханаға килеүсе бөтә баҫмалар ҙа норматив-технологик талаптарға (библиографик тасуирламаның, системалаштырыу һәм предметтарға айырыуҙың китапхана дәүләт стандарттары комплексына) ярашлы эшкәртелә. Яңы китап тураһында мәғлүмәтте  компьютер 20 мең яҙманан торған  электрон каталогка индерә. Каталог карточкаһы ике шрифт менен баҫыла: яҫы баҫма шрифт менән китап - уҡыусылар өсөн систематик каталогка.

Китапхананың берҙәм фонды менән даими эш алып барыла:

- китап биреүҙе автоматлаштырыу өсөн фонды штрихлы кодировкалау;

- фондтың составын һәм уны файҙаоаныуҙы өйрәтеү;

- туҙған, йөкмәткеһе яғынан иҫкергән китаптарҙан арыныу;

- әҙәбиәтте структур бүлексәләргә бүлеп биреү;

-берҙәм фондтарҙың һаҡланышын тәьмин итеүҙе контролдә тотоу;

- фондты тикшереүҙе ойоштороу.

Бүлек структураһына инеүсе тактиль китаптар нәшер итеүсе секторы китапхана нәшриәтселек эшенә ҙур ихтибар бүлә,айырыуса башҡорт телендә күп китаптар баҫтырыла.

1994 йылдан башлап китапхана рельефлы нөктә шрифы менән башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен, крайҙарҙы өйрәнеү баҫмаларын, Башҡортостан Республикаһының закондарын, уҡыу ҡулланмаларын нәшер итә. Брайль китаптарын сғарыубуйынса ур Рәсәй Федерацияһының махсус китапханалары араһында алдынғылар рәтендә килә. Республика "Китап" нәшриәте менән килешеү буйынса, китапхана һәр йылда башҡорт, рус телдәрендә 8-10 төрлө китап сығара, уларҙың тиражы 10-дан 30-ға етә.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән 2007 йылдан башлап Өфө полиграфия комбинатында брайль китаптарын машина менен тышлау ойошторолған.

"Китап"  менен килешеү буйынса сығарылған баҫмаларҙан тыш, сектор республика дәүләт программалары сиктәрендә, уҡыусыларҙың һорауы буйынса һәм информацион материалдарға баҫтыра.

2010 йылдан башлап һуҡырҙар өсөн  рельефлы график һүрәттәр менән биҙәлгән китаптар сыға. Элегерәк баҫтырылған брайль китаптары даими реставрацияланып бара.

 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.