новогодний календарь

Бүлектәр

Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы күреү һәләте сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән әҙәби фондты һаҡлау урыны, төрлө категориялағы инвалидтарҙы мәғлүмәт менән тэьмин итеү үҙәге, халыҡ өсөн асыҡ китапханаларҙа инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү эше буйынса методик ярҙам һәм мәғлүмәт биреү үҙәге. Китапханаҡарамағында инвалидтар өсөн тәғәйенләгән әҙәбиәттең күп төрлө мәғлүмәт эйәләренә яҙылған универсаль фонды, физик мөмкинселеге сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау һәм социаль адаптациялау проблемалары буйынса әҙәбиәттең уникаль фонды бар. Китапхана крайҙы өйрәнеү характерындағы баҫмаларҙы Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә рельефлы нөктә шрифы менән, магнитофон кассеталарында, электрон формала нешер итә, һуҡырҙар өсөн мәғлүмәтте барьерһыҙ биреү маҡсатынан сығып флэш-картаға яҙҙырыу өсөн аудиокитаптар базаһы булдырылған һәм уны даими тулыландырыу эшен алып бара, ҡулланыусыларҙы ваҡытлы матбуғат һәм электрон варианттары менән тэьмин итә. Китапханала

- ял ойоштороу секторы,

- дөйөм, ситтән тороп, өйҙә уҡыу абонементы,

- халыҡ өсөн асыҡ китапханаларҙа, һуҡырҙар һәм насар күреүселәр менән эшләүсе йәмәғәт ойошмаларында һәм учреждениеларында китап биреү нөктәлере селтәре,

- өс филиал бар. Китапхана эшмәкәрлеген үҫтереү, информацион технологиялар, инновацион-методик бүлек, психологик хеҙмәт булдырылған. Документ төрҙәре китаптар:

- яҫы баҫма шрифлы,

- эре шрифлы,

-рельефлы нөктә шрифлы,

-"һөйләүсе" (кассеталарҙа),

- электрон(компакт-дискыларҙа һәм флеш-карталарҙа).

Грампластинкалар;

Ноталар;

Журнал, гәзиттәр (асырға бында)

Тифлографика

Флэш-карталарға яҙҙырыу өсөн китаптар базаһы.

Рус,башҡорт, татар телдәрендә фондтар.

 

Беҙҙең бүлектәр

Фондтарҙы каталоглау һәм үҫтереү бүлеге

Хеҙмәтләндереү бүлеге

Мәғлүмәт технологиялары бүлеге

Инновацион-методик бүлек.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.