новогодний календарь

Тарихи мәғлүмәт

“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең 1935 йылғы бер һанында Өфө һуҡырҙар йәмғиәте ҡарамағында китапхана асылыуы тураһында бәләкәй генә бер мәҡәлә донъя күрә. Ваҡыт үтә. Йәмәғәт китапханаһы ғына уҡыусыларҙың көндән-көн үҫә барыусы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Шуға ла   Өфө ҡала мәғариф бүлеге йәмәғәт  китапханалары фондын  үҙ балансына ала һәм  һуҡырҙар өсөн 18-се һанлы махсус китапхана асыла.Ул Бакунин урамындағы 8 квадрат метр майҙанлы авария хәлендәге йортта урынлаша, һуңыраҡ китапхананың майҙаны 25 квадрат метрға етә.  Китапхананың  үҫеш юлы еңелдән булмай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, фронтта яраланып,  һуҡыр ҡалған элекке яугирҙәр ҙә китапханаға йөрөй башлай. Улар йәш һәм дәртле була, уҡырға һәм йәшәргә, йәмғиәттең файҙалы ағзаларына әйләнергә теләй. Уҡыусылар һаны арта.

 Китапханаға республика статусы бирелгәс,  Бөтә Союз һуҡырҙар йәмғиәтенең беренсел ойошмаларында уның күсмә формалары барлыҡҡа килә, Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы уҡыу-етештереү предприятиеларында филиалдар асыла. Улар үҙҙәренең эшмәкәрлеген көндән-көн киңерәк йәйелдерә барып, бөтә төр категория инвалидтарын да хеҙмәтләндерә башлай. 1963 йылда китапхана Коммунистик урамындағы айырым йортҡа күсә.  Фондтар үҫә, уҡыусыларҙың һаны арта бара, китапхана өсөн был йорт тар була башлай​ – яңы бинаға мохтажлыҡ тыуа. Төҙөлөш бик оҙаҡ бара, бары тик 1986 йылда ғына китапхана хәҙерге яңы иркен бинаға күсерелә.

Эшмәкәрлеге дәүерендә китапхана ҙур ғына уңыштарға иреште: Бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы кимәлендә үткәрелгән бер нисә конкурста еңеү яуланы, физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың ялын ойоштороуға  нигеҙ һалыусы булды. Беҙҙең китапхана​ - Брайль китаптарын текста график һүрәттәр менән биҙәүсе  башҡорт, рус, татар телдәрендә мультиаудиокитаптар сығарыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инә.

Һуҡырҙар китапханаһы бөгөн-төрлө ҡоролмаларҙа теркәлгән мәғлүмәт фонды, китапхана эшмәкәрлеге тулыһынса компьютерлаштырылған, берҙәм эске селтәр һәм  Интернетта веб-сайт булдырылған, күреү һәләте насар хеҙмәткәрҙәр өсөн эш урындары автоматлаштырылған, тейешле тифлоҡоролмалар менән тәъмин ителгән.

  Әммә, иң мөһиме, китапхана эшен юғары кимәлгә күтәреүсе кешеләр.

 1960 йылда етәкселекте Алексей Николаевич Спиридонов үҙ ҡулына ала. Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, һуҡыр булһа ла, Алексей Николаевич 25 йыл дауамында китапхана менән идара итә. Тап уның етекселеге аҫтында Киров урамында китапханаға яңы бина проекты төҙөлә.

   20 йылдан артыҡ китапхананы  Людмила Николаевна Гагилева етәкләгән. Үҙен-үҙе бер ҙә йәлләмәй, ул бөтмәҫ дәрт, энтузиазм менән көс түгә. Тап уның етәкселегендә китапхана 72 махсус китпаханалар араһында лайыҡлы урын ала.

 Һуҡырҙар китапханаһының 70 йыллыҡ  тормош юлында коллектив үҙгәреп тора. Кемдәрҙер китә, ә ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең уҡыусыларына ныҡ эҫенә һәм "Йөрәгемде кешеләргә бирәм" принцибы буйынса хеҙмәт итә улар.

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Евгения Александровна Ионина яратҡан эшенә 40 йыл ғүмерен бағышлай. Ул инвалидтар менән эшләүсе бик күп китапханаларҙың остазы булараҡ танылыу таба, һуҡыр уҡыусыларҙы белем иленә мәктәп йәшенән үк әйҙәй башлай. Евгения Александровна ярҙамы менән йөҙәрләгән һуҡыр китап уҡыусы юғары белемгә эйә була. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флюра Ғәлимхан ҡыҙы Мостафина, Фәрҙиә Ғәлим ҡыҙы Бәхтиәрова, Клара Магдановна Шмейман, Елизавета Матвеевна Посевкова, Флюра Әхмәт ҡыҙы Ғарипова, Нелли Ивановна Попова, Галина Федоровна Мигуновалар ҙа китапхана эшенә төрлө йылдарҙа  фиҙакәр хеҙмәт итә.

 Үҙҙәренең йәшәү мәғәнәһен, тормош асылын улар ярҙамға һәм таянысҡа мохтаж уҡыусылар эргәһендә китапханала таба. Бөгөн ветерандар нигеҙ һалған традицияларҙы көслө профессионалдарҙан торған берҙәм коллектив дауам итә.

 

Инновацион-методик бүлек

Бүлек эшенең маҡсаты - китапхана эшмәкәрлеген республикалағы йәшәү  мөмкинлектәре төрлө формала сикләнгән кешеләр менән эшләүсе башҡа китапханалар өсөн методик һәм координация үҙәге булараҡ үҫтереү һәм яҡшыртыу.

  Бүлек инвалидтар менән эш буйынса тәҡдимдәр бирә, статистик материалдарҙы күҙаллай, йыя, дөйөмләштерә:

-китапхана һәм уның бүлексәләренең контроль күрһәткестәренә мониторинг алып бара,

- һуҡырҙар һәм башҡа категория инвалидтар менән эшләүсе китапханаларҙың эш тәжрибәһендәге яңы технологияларҙы һәм традицион булмаған эш формаларын асыҡлай, дөйөмләштерә һәм тарата.

- методик ҡулланма һәм тәҡдимдәр эшләй,

- яңы технологик процестарҙы документтар менән тәьмин итеүҙә, китапхана эшмәкәрлеген регламентлаусы иҫкергән документтарҙы заманса редакторлауҙа ҡатнаша,

- һаулыҡтары сикләнгән кешеләр менән эшләүсе китапхана хеҙмәткәре өсөн квалификация арттырыу сараларын ойоштора,

- инвалидтарға, дефектологтарға һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә дефектология, тифлопедагогика, тифлология буйынса методик, библиографик, психологик ярҙам күрһәтә,

-инвалидтар менән алып барылған эшмәкәрлекте үҫтереү маҡсатында консультатив һәм практик ярҙам күрһәтә,

- инвалид уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереүсе   китапханаларҙың эш үҙенсәлектәренә бәйле регламентлаусы, технологик һәм инструктив характерҙағы документтар, методик ҡулланма һәм ярҙамсы материалдарҙы эшкәртә.

Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана Башҡортостан Республикаһындағы, Рәсәй Федерацияһындағы, сит илдәрҙәге башҡа китапхана һәм ойошмалар менән эшмәкәрлеген ойоштора һәм координациялай.

- инвалидтарҙы китапхана мәғлүмәте  буйынса хеҙмәтләндереүҙең көнүҙәк проблемаларына арналған мәҡәләләр йыйынтығын, тәҡдимдәрҙе һәм библиографик ҡулланмаларҙы редакторлай, баҫмаға әҙерләй.

Вдруг понадобится рус версия

Мәғлүмәт технологиялары бүлеге

Күреү һәләте насар ҡулланыусыларҙы кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин маҡсатында китапхана яңы мәғлүмәт технологияларын даими ҡулланылышҡа индерә.

-Кассета, диск, флэшкарталарҙа «һөйләүсе» баҫмалар сығарыла, уларҙы депозиттарҙа һаҡлау ойошторола. Тәү сиратта был:

а) тыуған яҡты өйрәнеү буйынса әҙәбәитә һәм башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡорт, рус, татар һәм телдәрендә, шул иҫәптән мультибаҫмалар;

б) производство-техник, уҡыу, ижтимағи-сәйәси, нәфис әҙәьиәт, матбуғат баҫмаларында донъя күргән мәҡәләләр;

в) көнүҙәк материал ( конференция, әҙәби түңәрәк ултырыштары. Перзентациялар һәм башҡа сараларҙан радиотрасляциялар).

Бынан тыш Татарстандың һуҡырҙар өсөн китапханаһынан алынған татар телендәге «һөйләүсе» китаптар күсерелә һәм ихтыяж менән файҙаланылғандары тиражлана.

Башҡортостан һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы фондының электрон нөсхәһе булдырыла.

    Китапхананың аудиокитаптарҙы флэшкарталарға яҙҙырыу өсөн үҙ базаһы булдырыла,      Рәсәй дәүләт һуҡырҙар өсөн китапхананың FTP –сервернан яҙмалар күсерелә. Китапхана уҡыусыларын мәғлүмәт-библиография менән тәьмин итеү маҡсатында исемлектәр , байҡау таҫмаға яҙҙырыла. Һуҡырҙарҙы компьютер грамоталлығына өйрәтеү, шул иҫәптән, өй шарттарында, башҡарыла.

Иҫкергән һәм юғалған «һөйләүсе» китаптар ремонталана, ҡайтанан яҙҙырыла, тифломагнитофондар төҙөкләндерелә.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.