Хеҙмәтләндереү бүлеге
Хеҙмәтләндереү бүлеге
Бүлек китапхана эшен төрлө хеҙмәттәр менән тәьмин итә:
- абонемент һәм ялды ойоштороу секторы фондтағы баҫмаларҙы күсмә формала хеҙмәт күрһәтеүгә ярашлы китап биреү пункттарында уҡыусыларға еткерә,
- өйҙә һәм ситтән тороп уҡыу өсөн абонемент эшен алып бара,
- виртуаль хеҙмәтләндереү башҡарыла.
Бүлек уҡыусылар араһында мәғлүмәт-ағартыу эшен алып бара: яңы баҫмалар тураһында оператив мәғлүмәт менән тәьмин итә. Уҡыусылар контингентын формалаштыра, ҡулланыусылар составын, уларҙың ихтыяжын, ҡыҙыҡһыныуын өйрәнә, әҙәбиәт һайлауҙа ярҙам күрһәтә; бурыслылар менән эш алып бара. Һуҡыр ҡулланыусыларҙы тифлотехник ҡорамалдар менен эшләргә өйрәтә, консультация бирә, прокаттағы тифлотехник ҡорамалдар иҫәбен алып бара. Һуҡыр һәм насар күреүсе ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү өсөн яҫы баҫмалы текстарҙы уҡый алмаусыларҙың проблемаларын хәл итеү маҡсатында предприятие, учреждениеларҙа, дөйөм ҡулланышлы китапханаларҙа махсус эш селтәре ойоштролоған. Һаулығы буйынса килә алмаусы йәки Өфөнән ситтә йәшәүсе укыусылар өсөн күсмә формала хеҙмәтләндереү бүлеге аша ситтан тороп укыу абонементы ебәрелә. Үҙәктән алыҫ ауылда йәшәүсе, китапханасы менән йәнле аралашыуҙан мәхрүм ҡалған һуҡыр кеше өсөн китап - тышҡы донъя менен бәйләнештең берҙән-бер сараһы. Шуға ла ситтән тороп уҡыу абонементы китапханасының эше, уҡыусылар үҙҙәрен яңғыҙ һәм онотолған итеп тоймаҫлыҡ итеп ойошторолорға тейеш. Махсус китапханаға заявкалар республиканың төрлө тарафтарынан килә, ә бынан бандеролдәр ебәрелә. Бандеролдең уң яғына китапханасы "секограмма" тиген билдә ҡуя: был инде китаптар уҡыусы һәм китапхана араһында бушлай йөрөтөлә тигәнде аңлата. Китапханаға килергә мөмкинлеге булмаған, Өфөлә йәшәүсе һәр һуҡыр кеше, өйгә китап килтереүҙе һорап, заказ яһай ала. Йортта хеҙмәтләндереү абонементы уҡыусыларҙың заявкаларын яҙып ала, исемлектәр төҙөй, һуңынан заказсы менән бәйләнешкә инеп, китаптың килтерелеү сәғәтен билдәләй. Аҡыллы йөк тейәгән машина һәр көн тиерлек ҡала урамдары буйлап йөрөй. Бындай төр хеҙмәтләндереү менән оло йәштәге яңғыҙ, инвалидлыҡ буйынса күрһәткесе булған кешеләр файҙалана ала. Китап уҡыусыларға уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында, китап биреү пункттары тәрбиә, белем биреү, йәмәғәт ойошмалары эргәһендә булдырылған. Хеҙмәтләндереү бүлеге белгестәре алдан билдәләнгән көндә был пункттарҙа китаптарҙы алмаштыра, мәҙәни саралар үткәрә. Китапханаға үҙҙәре килеп, әҙәбиәт алыусы уҡыусылар өсөн дөйөм абонемент бар. Ул төрлө мәғлүмәт базаларында йыйылған универсаль фонд менән эш итә. Китаптар 30 көнгә бирелә, шунда уҡ китаптарҙы аудиокассетанан тыңлау өсөн тифломагнитофон йәки флэшкартанан уҡыу өсөн тифло-флэшплеер бирелә. Абонементта алфавит тәртибендәге һәм системалы каталог бар. Системалы каталог уҡыусыларға уңайлы булһын өсөн ике шрифтта: брайль һәм яҫы баҫмала бирелә. Китапхананың автоматлаштырылған эш урыны был мәсьәләне еңел хәл итергә ярҙам итә. Уҡыусы һәм ул алған китап тураһында мәғлүмәт компьютерға индерелә һәм уҡыусы формуляры тиҙ арала эшкәртелә. Абонементта ук, шәхси үтенестәр буйынса, "һөйләшеүсе" китаптарҙы криптоһаҡлаусы тифлофлэшплееры булған уҡыусыларҙың флэшкарталарына яҙҙырып биреү ҙә башҡарыла. Ҡулланыусылар менен виртуаль бәйләнеш өсөн абонементта айырым электрон почта һәм скайп бар.
Ял ваҡытын ойоштороу секоры
Китаптарҙы уҡыусыларға еткереү буйынса китапхананың үҙәге абонемент булһа, ял ваҡытын ойоштороу секторы - айырым уҡыусылар өсөн төрлө саралар үткәреү үҙәге. Бөтә тантаналы һәм күләмле саралар бында ойоштрола. Бар уңайлыҡтары булған 60 урынлыҡ залда мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйыла. Сараға артистар, яҙыусылар, музыканттар саҡырыла. 28-се һанлы һуҡырҙар һәм насар күреүсе балалар өсөн коррекцион мәктәп-интернат уҡыусылары ла бында ҡунаҡ булып ҡына түгел, ҡатнашыусы булараҡ та йыш сығыш яһай. Ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтарҙың ултырыштары, ваҡытлы матбуғаттағы көнүҙәк мәҡәләләрҙе, популяр китаптарҙы ҡысҡырып уҡыу ҙа был секторҙа ойошторола. Китап уҡыусылар бында аралаша, бәхәсләшә, яңылыҡтар менән бүлешә - бер һүҙ менән әйткәндә, ял ваҡытын файҙалы үткәрә. Был секторҙа әҙәбиәттең төрлө формаларынан, шул иҫәптән тифлографиканан да, күргәҙмә ойошторола. Күргәҙмә стендтарына яҫы баҫма һәм брайль журналдары, газеталары ҡуйыла тора. Залда Брайль системаһы буйынса һүҙлектәр, белешмәләрҙән торған бай һәм күп төрлө фонд тупланған. Мәҫәлән, Н.А. Ожеговтың 37 китаптан тороусы "Рус теленең аңлатма һүҙлеге", инглиз, немец, латин теле, философик һәм психологик һүҙлектәр бар. Газета-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр картотекаһы уҡыусыларҙың күп яҡлы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.