Бөйөк рус шағирының тыуған көнөндә 

В день рождения великого русского поэта
6 июндә шағир, драматург, рус реалистик йүнәлешенә нигеҙ һалған прозаик, әҙәби тәнҡитсе, рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, публицист, журналист, мөхәррир һәм нәшриәтсе, бөйөк ватан классигы Александр Сергей улы Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тула.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында «Минең йәнем батшабикәләре, һылыуҡайҙар. А. С. Пушкин әҫәрҙәренең яратҡан героинялары" әҙәби-музыкаль сара үтте. 

Ике быуаттан ашыу әҙәбиәтсе ижады рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҡиммәтле ынйыһы булып тора. Александр Сергей улының әҫәрҙәре өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла битараф ҡалдырмай. Пушкин текстары менән беҙ ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөйбөҙ тип әйтергә була: улар менән бала сағыбыҙҙа һәм мәктәп йылдарында танышабыҙ, ә һуңынан, өлкәндәр булараҡ, уның бөтә әҙәбиәткә индергән өлөшөн һәм әһәмиәтен баһаларға тырышабыҙ.
Александр Сергей улы Пушкин әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙ образдарына ҙур роль бирелә. Уның героинялары һиҙгер, хыялый ҡатын-ҡыҙ. 
Александр Пушкиндың мөхәббәт лирикаһы һоҡландыра, арбай. Уның героинялары уҡыусыларға айырым илһам бирә. Улар үҙҙәренең һайланғандарын ярата һәм уларға тоғролоҡ һаҡлай белә. Ҡатын-ҡыҙ, Пушкиндың тасуирламаһы буйынса, ғәжәп рәүештә үҙендә көс һәм йомшаҡ характерҙы берләштерә: «Евгений Онегин» романында Татьяна Ларина, «Капитан ҡыҙы» повесында Мария Миронова кеүек батырлыҡ һәм һыныҡлыҡ, «Дубровский» романында Маша Троекурова кеүек тәүәккәллек һәм шул уҡ ваҡытта буйһоноусанлыҡ. 
Пушкин үҙенең героиняларын ысын күңелдән ярата. Һәм был мөхәббәт уҡыусыға тапшырыла. Александр Сергей улы әҫәрҙәрендәге ҡатын-ҡыҙ образдары оҙаҡ хәтерҙә ҡала.
Пушкин тыуҙырған бөтә ҡатын-ҡыҙ образдары төрлө, әммә уларҙың күбеһе тәбиғи тормошҡа һәм халыҡ идеалдарына яҡынлыҡты берләштерә. Уның күп кенә героинялары никахта бәхет таба, бынан алда рухи-әхлаҡи эҙләнеүҙәрҙең билдәле бер юлын үтә. 
Әлеге ваҡытта мәктәп йәшендәге уҡыусылар өсөн махсус китапханала башҡорт телендә рельефлы-график һүрәттәр менән "А. С. Пушкин әкиәттәре" рельефлы-график әсбабы баҫмаға әҙерләнә. Йыйынтыҡҡа бала саҡтан һәр кемгә билдәле әкиәттәр инә: «Поп һәм уның хеҙмәтсеһе Балда тураһында әкиәт», «Алтын әтәс тураһында әкиәт», «Салтан батша тураһында әкиәт», «Үлгән батшабикә һәм ете батыр тураһында әкиәт», «Балыҡ һәм балыҡсы тураһында әкиәт». Әҙәби ижекте популяр балалар яҙыусыһы Айһылыу Йәғәфәрова башҡорт теленә тәржемә иткән.
Сарала лирик шиғырҙарҙан "тауыштан" уҡыуҙар, романстар һәм рус лиригы әҫәрҙәре буйынса яҙылған операларҙан өҙөктәр яңғыраны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.