Донъяның төп халыҡтары көнөнә

Халыҡ-ара донъяның төп халыҡтары көнө август айында 1994 йылдан башлап билдәләнә. Был көндө 1982 йылда ООН-дың Эшселәр төркөмөнөң тәүге ултырышы үтә. 
Төп халыҡтар донъяның бөтә региондарында ла йәшәй. Улар йәшәгән ерҙең дөйөм майҙаны Ерҙең 22%ын тәшкил итә. Ә халыҡ һаны 370 алып 500 миллионға барып етә. Төп халыҡтар, шулай уҡ, 7000 төрлө телдә аралаша. Юнеско уларға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. 

Ҡунаҡтарыбыҙ һәм ҡулланыусыларыбыҙ ихтибарына Өфө ҡалаһының 28-се махсус коррекцион дөйөм белем биреү интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан ҡуйылған театр сәхнәләштереүен тәҡдим итәбеҙ. Бирсәткәле ҡурсаҡтар ярҙамында сәхнәлә төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре күрһәтелә. Республикала йәшәгән милли шағирҙарҙың шиғырҙары яңғыраясаҡ. 
Ҡарау киләһе һылтанма буйынса:  https://youtu.be/23g9KRvQA4Q

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.