Махсус китапхана абонементы "Һуғыш мәлдәре китап хәтерендә" китап күргәҙмәһен асты. Сара Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе байрам итеүгә бағышланды.
Күргәҙмәлә ҡабарынҡы-график әсбаптар экспозициялана. Шуларҙың береһе Башҡортостанда тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан герой ҡатындарға - снайпер Наталья Ковшоваға һәм осоусы Мәғүбә Сыртланова арналды.
Артабанғы әсбапта хәрби авиацияның Еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләнелә. Ул осоусылар Петр Еремеев, Ғәли Ишмурзин, Муса Гәрәев, Ҡоддос Латыповҡа бағышлана.