Махсус китапханала сәнғәт төнө
“Сәнғәт төнө” акцияһы рамкаһында һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы үҙенең сайтында рус классигы әҫәрҙәре буйынса театр этюдтары серияһын тәҡдим итә.
Акцияның “Сәнғәт берләштерә” девизынан сығып, был серияларҙа беҙ һәүәҫкәр актерҙарҙың уйынын тәҡдим итәбеҙ. Быйыл “Балаганчик” китап театры Чехов әҫәрҙәрен уйнай.