Рәсәй көнө

12 июнь беҙҙең илдә Рәсәй көнө билдәләнә

12 июнь беҙҙең илдә Рәсәй көнө билдәләнә. Был иң "йәш“ дәүләт байрамдарының береһе. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары съезы Рәсәй дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итте. Ошо көндән алып илебеҙ Рәсәй Федерацияһы тип атала башланы.
Был иреклек, бар халыҡтың килешеү байрамы. Бөгөн ил буйлап төрлө саралар үтә.
Китапханала "Ғорурланам һинең менән, Рәсәйем!" виртуаль байрам программаһы ойошторолдо. Онлайн форматта һәүәҫкәр йырсылар ҡыҫҡа концерт ҡуйҙылар, китапханасылар шиғырҙар уҡыны, викторина үткәрҙеләр. Сараның видеояҙмаһы социаль селтәрҙәргә һалынған.

 

 

Халыҡ-ара дуҫтар көнө

Бөгөн донъяла дуҫтар көнө билдәләнә. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһәк тә, беҙ дуҫтарға мохтаж икәнлекте иҫкә төшөрөп торорға тейешбеҙ. Кем уйлап тапҡандыр был байрамды, әммә ул бик популяр.

Бөгөн донъяла дуҫтар көнө билдәләнә. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһәк тә, беҙ дуҫтарға мохтаж икәнлекте иҫкә төшөрөп торорға тейешбеҙ. Кем уйлап тапҡандыр был байрамды, әммә ул бик популяр.
Бөгөн махсус китапханала балаларға тифлокомментарийлы йәнһүрәт күрһәтелде. Социаль селтәрҙәрҙә һәм уҡыусылар чатында викторина һорауҙары эленде. Байрамға бағышланған ҡысҡырып уҡыуҙар үтте.

Иғлан

Объявление

Башҡортостан республикаһының дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы

М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы

01.06.2020 сыҡҡан 158-се бойороҡҡа ярашлы "Мәҙәниәт ойошмаларының эш режимы яңыртылыуы тураһында

"Юғары әҙерлек" режимынан сығыу башланды.

М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы һәм уның Стәрлетамаҡ филиалы 2020 йылдың 1 июненән ҡулланыусылары өсөн эш башланы. Белорет һәм Бәләбәй филиалдары ваҡытлыса ябыҡ. Сөнки уларҙың айырым инеү урыны юҡ.

Китаптар ҡабул итеү һәм биреү буйынса стационар хеҙмәтләндереү башланды.

Ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү битлек һәм бирсәткәлә, температура контролен иҫәптә тотоп, 1,5 метр алыҫлыҡта һәм башҡа санитар-эпидемиологик тәртип режимдарында ғына башҡарыла.

Махсус форматтағы китаптарҙы йортҡа тиклем еткереү эше лә дауам итә.

1 июнь - балаларҙы яҡлау көнө

1 июнь - балаларҙы яҡлау көнө

Йәйҙең тәүге көнөндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.
Йыл һайын кескәй уҡыусылар өсөн китапхана күңел асыу программаларын ойошторалар. Быйыл бындай саралар онлайн форматта үтте.
Махсус китапханала ла рәсемдәр буйынса виртуаль конкурс үтте. Бында 5 йәштән алып 12 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Һәр бала донъяға үҙ ҡарашын һүрәттәр аша еткерҙе.

Конкурс тамам.

Конкурс завершен.
15 май махсус китапхана Zoom платформаһында "Батырлыҡҡа йөрәгең менән ҡағыл" ижади конкурсының еңеүселәрен бүләкләне. Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналғайны. Конкурстың учредителе Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы. 
Конкурс 1 марттан алып 15 майға тиклем барҙы һәм бер-нисә этапты үҙ эсенә алды.
Конкурсанттарға онлайн режимда РБ мәҙәниәт министрлығы урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.  Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы З. Әлибаев, Ә. Юнысова ҡотланы.
Бына ул еңеүселәр:
"Оноторға быны ярамай..." номинацияһы:
1 урын - Шерышева Юлия, 15 й., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
2 урын - Ғәйнуллина Рада, 11 й., Учалы ҡалаһы.
3 урын - Ҡыямутдинов Диниәр, 8 й., Нефтекама ҡалаһы.
"Китап кадрҙарҙа: Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптар" номинацияһы:
1 урын - Сайдуева Йәмилә, 18 й., Калабугина Валерия, 9 й., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
2 урын - Чахоян Артем, 13 й., Ауырғазы районы.
3 урын - Абдулов Айнур, 13 й., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
"Һуғыштың изге биттәре" номинацияһы:
1 урын - Минеев Тимур, 8 й., Шаран районы.
2 урын - Мөслимова Камилә, 11 й., Учалы районы.
3 урын - Шәрипова Гөлнур, 16й., Илеш районы.
Дипломдар һәм бүләктәр почта аша ебәреләсәк.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре менән беҙҙең сайтта Конкурстар бүлегендә таныша алаһығыҙ.на странице нашего сайта в разделе Конкурсы

В. Быковтың "Сотников" повесынан өҙөктәр уҡыу.

Громкая читка отрывка повести В. Быкова «Сотников»

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, "Беҙ һеҙгә киләбеҙ" стационарҙан тыш хеҙмәтләндереү акцияһы рамкаһында, В. Быковтың "Сотников" повесынан өҙөктәр ҡысҡырып уҡыу тәҡдим итә.

Талха Ғиниәтуллин "Һуғыштың бәғерһеҙ проза йырсыһы.

«Певец жестокой прозы войны». Талха Гиниятуллин.
 
14 май махсус китапханала   Талха Ғиниәтуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған онлайн күргәҙмә презентацияһы булды. 
Талха Ғиниәтуллин 1925 йылдың 20 апрелендә донъяға килә. Совет һәм Рәсәй яҙыусыһы, прозаик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, республика мәҙәниәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Учалы районы Ураз ауылында тыуған. Ташкентта ФЗУ-ла уҡый. Рус телен бары 16 йәшендә өйрәнә башлай. 1943 йылда фронтҡа алына. 
50-се йылдар башында һуғыш тураһында хикәйәләр яҙа башлай. Тәүге баҫмаһы 1961 йылда "Халыҡтар дуҫлығы" журналында донъя күрә. Рус телендә ижад итә. 
2000 йылдарҙа Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре башҡорт теленә әүҙем тәржемә ителә башлай.

 

Награждение победителей Конкурса

Награждение победителей Конкурса
2020 йылдың 15 майында һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Zoom платформаһында "Батырлыҡҡа йөрәгең менән ҡағыл" инвалид балалар араһында үткәрелгән конкурстың еңеүселәрен бүләкләү онлайн-тантанаһын уҙғара. Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. 
Конкурстың учредителе: Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы. Конкурстың ойоштороусыһы: һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, уға шулай уҡ муниципаль китапханалар, ижади берләшмәләр, инвалид балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән эшләгән йәмғиәт ойошмалары ҡушыла. 
Конкурс 2020 йылдың 1 мартынан 15 майға тиклем барҙы. Киләһе номинацияларға бүленде:
1. "Беҙгә быны оноторға ярамай..." (Бөйөк Ватан һуғышы тураһында инша, эссе, шиғырҙан йәки прозанан торған хикәйә).
2. "Китап кадрҙарҙа: Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптар (мультимедиялы продукт: буктрейлерҙар, презентациялар).
3. "Һуғыштың изге биттәре" (ҡулдан башҡарылған тактиль китап).
Конкурста республикабыҙҙың 40 ҡала һәм райондарынан, дөйөм белем биреү һәм коррекцион мәктәптәрҙә уҡыған, мөмкинлектәре сикләнгән 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге 80 бала ҡатнашты. 
Тантана 12:00 сәғ. башлана. Уҙғарыу урыны: Zoom платформаһы.

13 майға анонс

Анонс на 13 мая 2020 года

  Уважаемые пользователи специальной библиотеки!

  Сегодня, 13 мая для вечернего времяпровождения предлагаем вашему вниманию несколько онлайн трансляций:

  Башкирская государственная филармония им. Х. Ахметова

- Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы. Лилиә Ишемйәрованың "Ҡышҡы мөғжизә" сольный концерты. 
Башлана: 19:00.

https://m.youtube.com/watch?v=L1IDcm2TVVo

- "Балконда осрашыу" онлайн-концерты. Искәндәр Ғәзизов һәм уның дуҫтары.
Башлана: 20.00

https://www.instagram.com/iskandar_gazizov_official/

Музыкаль-әҙәби лекториянан "Яратҡан тарихтар". Башлана: 21:00.
- Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе. "Утлы йылдар ауазы..." - башҡорт драма театры рубрикаһы, фронт көндәлектәрен һәм хаттарын уҡыу. 
Башлана: 16:00.

 

https://www.facebook.com/bashgf

 

Стерлитамакское театрально-концертное объединение

- Артистар балаларға. Кескәйҙәргә төнгөлөккә әкиәт һәм бишек йыры.
Башлана: 20:00.

- "Башҡортостан" дәүләт концерт залы. "Балаларға Ер шарын бирәйек" концерты. 
Башлана: 19:00.

Онлайн-репетиции/анонсы артистов филармонии

Начало в 20.00

Ссылка для перехода на YouTube-канал театра:

https://vk.com/tko_sterlitamak

https://www.youtube.com/channel/UC1QaBObJ_bn0lfDAdN9LT-w?view_as=subscriber


Башкирский академический театр драмы им.М.Гафури

- М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры. Ф. Богданов "Аманатҡа хыянат" спектакле.
Башлана: 18:00. ссылка https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw

https://www.youtube.com/channel/UCXg67D8XkmbFlD4InptY..

Башдрам онлайн: тура эфирҙа театрыбыҙҙың дуҫтары менән осрашыуҙар

Начало в 21.00 ссылка https://instagram.com/bashdrama

- Башдрам онлайн: тура эфирҙа театрыбыҙҙың дуҫтары менән осрашыу.
Башлана: 21:00.

https://www.facebook.com/bashdrama

https://vk.com/bashdram

https://instagram.com/bashdrama

https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw

 

Национальный молодежный театр  РБ имени Мустая Карима

- М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры. Театр артистарының онлайн концерты. Башлана: 18:00. 

https://instagram.com/nmtufa?igshid=1cpw9ft78exna

 

 

Государственный академический русский драматический театр Республики Башкортостан

- Башҡортостан республикаһының рус дәүләт академия драма театры. Яратҡан актерҙар менән тура эфир.
Башлана: 19:00. ссылка для перехода https://www.instagram.com/rusdram/

Башкирский государственный театр кукол

- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры. "Төнгөлөккә әкиәт" рубрикаһы. Рус телендә.
Башлана: 21:00.

https://www.youtube.com/channel/UCDqSCo9DD5h7eY7M9dwBsWA;

https://vk.com/teatrkukol_ufa;

https://www.facebook.com/teatrkukolufa/

 

 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.