Аксаковтың тылсымлы донъяһы
1 октябрҙә рус яҙыусыһы, исеме тыуған тәбиғәткә мөхәббәт һәм кеше күңелен аңлауҙы һынландырған Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тула.
Юбилей датаһы алдынан Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһы хеҙмәткәре 28-се Өфө коррекция интернат-мәктәбенең күрмәүсе һәм насар күреүсе уҡыусылары өсөн «Аксаковтың тылсымлы донъяһы» тигән әҙәби уйын үткәрҙе.
Осрашыу башында балалар яҙыусының тормош юлы менән танышты, уның тап бала саҡ тәьҫораттарының билдәле әҫәрҙәренең нигеҙенә ятыуын белде.
Күп быуындарҙың яратҡан «Ал сәскә» («Аленький цветочек») әкиәтенә айырым иғтибар бүленде. Уҡыусыларҙың иғтибарлылығын тикшереү өсөн мауыҡтырғыс уйын сиктәрендә балалар тылсымлы сәскәнең таждарын һайлап алып, әкиәт сюжеты буйынса мәсьәләләр систе.
Программаға түбәндәге уйын-конкурстар инде:
✨ «Йомаҡтарҙы сис» һәм «Һорау-яуап»;
✨ «Ҡара йәшник» (балалар эстә ниндәй әйбер йәшерелгәнен тапты);
✨ «Йөҙөк сере» (батмустан йөҙөктө алып, уны әкиәт геройҙары ниндәй бармаҡҡа кейгәнен иҫкә төшөрҙөләр);
✨ «Хыял» (Настеньканың портретын төшөрҙөләр);
✨ «Тылсымлы өслөк» (сиратлап 3 һаны телгә алынған өҙөктәрҙе миҫалға килтерҙеләр);
✨ шулай уҡ «Телмәр» һәм «Тулыландыр» уйындары.
Сара тактиль һәм Брайль шрифты менән баҫылған китаптарҙы ҡарау менән тамамланды. Китапханасы күргәҙмәгә күҙәтеү яһаны, ә йәш уҡыусылар китаптарҙы ҡулына алып ҡарап, тактиль иллюстрацияларҙы өйрәнә һәм РТШ буйынса текстарҙы уҡый алды.
Был сара балаларға яңы асыштар шатлығы бүләк итте һәм С.Т. Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте һаман да тере, көнүҙәк булып ҡалыуын, изгелеккә, тоғролоҡҡа һәм ысын мөхәббәткә әйҙәүен тағы бер ҡат иҫбатланы.















