"Атайҙар идеалына тоғролоҡ һаҡлап" китап күргәҙмәһе

Книжная выставка «Сохраняя верность идеалам отцов».
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡунаҡтары һәм ҡулланыусылары иғтибарына "Атайҙар идеалына тоғролоҡ һаҡлап" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә башҡорт шағирәһе Зөһрә Ҡотлогилдинаның 70 йыллыҡ юбилейына бағышлана. 

Зөһрә Ҡотлогилдина бик иртә яҙыша башлай. Тәүге баҫмалары "Башҡортостан пионеры" гәзитендә, ул бишенсе класта уҡығанда күренә башлай. Уҡытыусы булып тыуған районында эшләй, аҙаҡ "Ильич юлы" район гәзитендә тәржемәсе булып хеҙмәт итә. БДУ-ның филология факультетына уҡырға ингәс, оло теләк менән башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә тотона. 1974 йылда "Йәншишмә" гәзитендә эшләй. Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы. 
Тәүге шиғырҙар йыйынтығы "Уйланыуҙар" 1983 йылда донъя күрә. Ике йылдан "Әсә шатлығы" яңы хикәйәләр китабы сыға. Уның артынан 'Йырсы Гөлдәр", "Миләш тәлгәше" китаптары сыға башлай. Зөһрә Ҡотлогилдина шиғриәте донъяны нескә тойоу, хис-тойғолар, тышҡы ябайлыҡ, тәрән фәлсәфә менән айырылып тора. Унлаған әҫәрҙәренә йырҙар яҙылған һәм популяр йырсылар тарафынан башҡарыла. Башҡорт эстрадаһын үҫтереүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн 2005 йылда уға "Гәлсәр һандуғас" премияһы бирелә. 
Зөһрә Ҡотлогилдина - Башҡортостан республикаһы мәҙәниәтенең атҡаҙанған эшсеһе, Баязит Бикбай һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты. 
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

Кутлугильдина, З.С. Детство, опаленное войной [Шрифт Брайля]: воспоминания, очерки / З. Кутлугильдина; ред. по Брайлю Ф. Губайдуллина, техн. ред. по Брайлю Р. Кутлумбетов. — 1-е изд. по Брайлю. — Уфа: БРСБС, 2015. — 5 кн. — Перепеч.: Уфа: Китап, 2015.

Кутлугильдина, Зухра. Что такое любовь? [Шрифт Брайля]: стихи / З. Кутлугильдина; БРСБС им. М. Х. Тухватшина; ред. по Брайлю К. Насыбуллина; корректор по Брайлю З. Сулейманова; отв. за вып. А. Аминева. — Уфа: [Б. и.], 2021. — 1 кн. — (12+).

Плоско-печатные издания:

Зухра Кутлугильдина (1951) // Писатели земли башкирской [Текст]: справочник / Сост.: Р.Н. Баимов и др. — Уфа: Китап, 2006. — С. 263

Кутлугильдина, З. Детство, опаленное войной [Текст] = Һуғыш яралаған бала сак / З. Кутлугильдина. — Уфа: Китап, 2015. — 376 с. 

Кутлугильдина, З.С. Корнями — в земле, душой — в небесах [Текст] = Тамырҙарым — ерҙә, йәнем — күктә: творческие портреты, очерки, интервью: на баш. яз. / Зугра Кутлугильдина. — Уфа: Китап, 2016. — 312 с. — (16+) 

Кутлугильдина, Зугра Салимьяновна. Полевые цветы [Текст] = Ялан сәскәләре: стихи: на баш. яз. / Зугра Кутлугильдина. — Уфа: Китап, 2016. — 312 с. — (16+) 

По материалам http://shagit.ru/publ/laureaty/respublikanskaja_premija/zukhra_kutlugildina/3-1-0-130

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.