Башҡорт иленең аҫыл улы

Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ҡәҙим Аралбаевҡа 1 сентябрҙә 85  йәш тулды. Ошо уңайҙан тәүгеләрҙән булып уны Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһының махсус китапханаһы тәбрикләне – әҙип менән “Башҡорт иленең аҫыл улы” исемле осрашыу уҙҙы. Сарала китапхананың яҡын дуҫтары, Башҡорт дәүләт кооператив техникумы студенттары, Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты.

 

Китапхана директоры Айгөл Әминева Ҡәҙим Аралбаевты 85 йәшлек юбилейы уңайынан ихлас ҡотлап ҡына ҡалманы, ошо уңайҙан Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһының махсус китапханаһы тарафынан шағирҙың Брайль шрифты аҫтында шиғырҙар йыйынтығы донъя күреүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был үҙенсәлекле баҫма күреү мөмкинлегенән мәхрүм булғандарға шағирҙың ижад өлгөләре менән яҡындан танышырға форсат бирә.

 

“Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле” тигән киң билдәле юлдары менән башланы сығышын халыҡ шағиры. Алып барыусының һәм тамашасыларҙың һорауҙары буйынса тормош юлын барланы, һүҙ араһында алтынға тиң фекерҙәре менән уртаҡлашты.

 

“Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, ул бөгөнгөгә һәм тарихҡа таяна”, - тине Ҡәҙим Аралбаев.

Шағир Хәйбулла районы Таңатар ауылында донъяға килә. Атайһыҙ үҫә – ғаилә башлығы беренселәрҙән булып Бөйөк Ватан һуғышына юллана һәм хәбәрһеҙ юғала. Ошо уңайҙан Ҡәҙим Әбделғәлим улы “Музей экспонаты” исемле күңел түренә үтеп инерлек шиғыры менән уртаҡлашты, һағышҡа, өмөткә, көтөүгә, аҙаҡ инде юғалтыу тойғоларына сорналған шиғыр юлдары береһен дә битараф ҡалдырманы.

 

Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була.

“Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, билдәләү буйынса Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенә тәғәйенләндем, ҡатыным менән күсеп киттек. Тәүге ҡыҙыбыҙ Айгөл Бөрйәндә тыуҙы. Аҙаҡ – аспирантура, “Ағиҙел” республика әҙәби-нәфис журналында эшләүҙәр... Икенсе ҡыҙыбыҙ Ләйләне “Ағиҙел”дә алты йыл эшләү уңайынан бирелгән өр-яңы фатирыбыҙға алып ҡайттыҡ. 1963 йылда “Ленинсы” (хәҙерге “Йәшлек”) гәзитендә тәүге шиғырҙарым баҫылып сыҡҡандан бирле бына хәҙер 63 йыл башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итәм”, - тип һүҙ йомғағын һүтте халыҡ шағиры шиғырҙар уҡыу арауығында.

 

Шағир – тимәк, тел һәм рух һағында тороусы шәхес. Был йәһәттән дә фекерҙәре менән уртаҡлашты Ҡәҙим Аралбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһында Ырымбур, Һамар, Силәбе һымаҡ тарихи Башҡортостан ерҙәренә сәфәр ҡылғанда ундағы милләттәштәребеҙгә башҡорт мөхитен булдырыу ауыр булғаны, уларҙы китаптар менән тәъмин итеүҙәре хаҡында һөйләне.

 

“Бөгөнгө көндә Силәбе, Ырымбур тарафтарында был йәһәттән эштәр яҡшы барһа, башҡа өлкәләрҙә туған телдәрҙә уҡытыу мәсъәләһе киҫкенерәк”, - тине ул, һәм “Рух һүнмәһә, ил һүнмәҫ” шиғырын яңғыратты.

 

Аралашыу ихлас барҙы – ил ағаһы үкенестәре хаҡында ла һөйләне: бынан 35 йыл элек 50 йәшенә тыуған ауылы Таңатарҙан ер бүләк ителеп тә, тыуған ерендә нигеҙ ҡора алмауы хаҡында бәйән итте. Рәсәй һәм Башҡортостандың төрлө йыр бәйгеләре лауреаты Азат Зәкировтың Рим Хәсәнов менән Салауат Низаметдиновтар ижад иткән тыуған ер һәм Өфө хаҡындағы йырҙары был һүҙҙәргә айырым моң өҫтәне.

 

Ҡәҙим Аралбаев китапханаға буш ҡул менән килмәгән: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған “Рухи атай” һәм рус телендә донъя күргән “Аҡ ҡылғандар” исемле китаптарын иҫтәлеккә имза ҡуйып тапшырҙы, Мостай Кәримгә арналған шиғыры һәм һуңғы осрашыуҙарынан хәтирәләре менән уртаҡлашты, Эстониялағы Палдиски ҡалаһында ҡуйылған Салауат Юлаев бюсына яҙған шиғри әҫәрен дә тамашасыға еткерҙе.

 

Өфө ҡалаһы Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһының 7 класс уҡыусылары ижади осрашыуҙы биҙәп, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән сығыш яһаны.

 

Сара юғары илһөйәрлек рухында тамамланды: Ҡәҙим Аралбаев башҡорт халҡының бер ҡасан да Рәсәйҙең ышанысына тап төшөрмәүен, тарих төпкөлөнән алып бөгөнгө көнгәсә уның сиктәрен батырҙарса һаҡлауын, яугирлыҡ беҙҙең ҡаныбыҙҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Таһир Күсимовҡа һәм Тыуған илгә бағышланған шиғырҙары менән бүлеште.

 

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында осрашыуҙа булған һәр кем күтәренке рух менән  таралышты. Ижади кисәлә яңы быуын вәкилдәренең ҡатнашыуы үтә әһәмиәтле: Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев тарафынан һәр береһенең күңеленә милли үҙаң ойотҡоһо һалыныуына иманыбыҙ камил.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.