Бер уҡыусының бенефисы. Муса Смаков

Бенефис одного читателя. Муса Смаков.
27 сентябрь “Бер уҡыусының бенефисы” саралар циклы рамкаһында һуҡыр композитор Муса Смаков менән осрашыу уҙғарылды.
Муса Смаков Мәләүез районы Смаково ауылында тыуған. Ижад юлын 1978 йылда башлай. Ул 100-ҙән ашыу йырҙар авторы. Иң танылған йырҙары – “Гәлсәр бокал”, “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ”, “Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ” һ.б. Уның йырҙарын Азамат Тимеров, Ғәзим Ильясов кеүек республикабыҙҙың халыҡ артистары башҡара. Эшмәкәрлеге һәм ижады өсөн Муса Смаков күп төрлө наградалар, почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Бенефиста композиторҙың үҙе, шулай уҡ, Хәсән Усманов, Динара Халиҡова, Ғәзим Ильясов башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Муса Смаковтың юбилейы айҡанлы, беҙҙең китапхана уның йырҙар йыйынтығын баҫтырырға планлаштыра. Китап Брайль шрифты менән баҫтырыласаҡ, шулай уҡ, аудиокитап та яҙҙырыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.