Д. Толкиндың әҫәрҙәре буйынса китаптар күргәҙмәһе.

Книжная выставка по произведениям Д.Толкина

Махсус китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге инглиз яҙыусыһы, шағир Д. Толкиндың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы, уның әҫәрәҙре буйынса китаптар күргәҙмәһен тәҡдим итә.  

Джон Рональд Руэл Толкин 1892 йылдың 3 ғинуарында Блумфонтейнда донъяға килә. Инглиз яҙыусыһы, шағир, лингвист, филолог, Оксфорд университеты профессоры. Фантастик әҫәрҙәр классигы. Уның ижад һандығында “Хоббит, йәки Тегендә һәм кире ҡайтыу”, “Балдаҡтар властелины”, “Сильмариллион” бестселлерҙары ята. 

Шәхес үҙе үлгәндән һуң, уның улы Кристофер атаһының китаптарын баҫтырып сығара.  

Күп авторҙар Толкинға тиклем дә фантастик әҫәрҙәр яҙған, әммә Толкиндың ижады үтә популяр булыу һөҙөмтәһендә, уны фантастика классигы тип тә йөрөтәләр.  

2008 йылда The times британ гәзите яҙыусыны “1945 йылдан башлап 50 бөйөк яҙыусы” исемлегендә 6-сы урынға ҡуя. 2009 йылда Forbes америка журналы “Мәрхүм булған иң бай һәм танылған яҙыусылар” исемлегендә 5-се урынға теркәй. 

Күргәҙмәлә ябай китаптар ҙа, брайль шрифты буйынса баҫтырылған варианты ла, дисктарҙа ла тәҡдим ителә.  

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.