«Еңеү геройы - генерал Шайморатов» китап күргәҙмәһе
Күргәҙмә совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған.
Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов - Башҡортостандың күренекле улы, ул бик күп яҡлы шәхес. Ул Бөйөк Ватан һуғышы тарихына тәжрибәле разведчик һәм үҙенең составы буйынса уникаль булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы – ватанға 78 Советтар Союзы Геройы, Дан орденының 5 тулы кавалерын биргән берҙән-бер хәрби берләшмәнең оҫта командиры булараҡ инә. Әммә Шайморатов үҙе ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек арҡаһында батырҙарса һәләк булғандан һуң 77 йыл үткәс кенә Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була.
Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районында матур Штиль йылғаһы буйында Биштәки ауылы йәйрәп ята. Бында 1899 йылдың 15 авгусында бәләкәй Миңлеғәле донъяға килә. Бер кем дә малайҙың исеме легенда менән һуғарылыр тип уйламаған. Биштәки ауылы киләсәктә уның хөрмәтенә Шайморат тип аталасаҡ.
Миңлеғәле бала саҡтан яҡшы уҡый, хәрби походтар, күренекле полководецтар тураһында китаптар уҡырға ярата. Хәрби һөнәре уның тормош хыялы була.
Ҡыҙыл Армия Өфөгә ингәс, егет теләп ирекмән булып яҙыла. Татар-башҡорт кавалерия курстарында уҡыу артабанғы ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлау теләген нығыта ғына.
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә.
Герои Башкортостана [Шрифт Брайля] : к 75-й годовщине Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945 годов : пособие с рельефно-графическими иллюстрациями / ГБУК БРСБС им. М. Х. Тухватшина; сост., техн. ред. по Брайлю А. Усманова ; корректор З. Сулейманова ; отв. за вып. А. Аминева Уфа : [Б. и.], 2020 1 кн.
Вахитов, Ф. Впереди на коне, Шаймуратов генерал [Текст] / Ф.Вахитов // Башкортостан кызы. — 2006 .— №5 .— с.12-15.
Ахмадиев, Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская [Текст] / Т. Х. Ахмадиев .— Уфа : Китап, 1999 .— 368 с. : ил. — ISBN 5-295-01973-Х.
Легендарная 16-я (112) гвардейская Башкирская кавалерийская дивизия [Текст] : история создания и боевых действий на фронте /
М. А. Бикмеев .— Уфа : Китап, 2020 .— 224 с .— (75-летию Великой Победы посвящается) .— (12+) .— ISBN 978-5295-
Башкортостан в горниле Великой Отечественной войны1941-1945 годов. Воинские формирования Башкортостана [Текст] / М. А
Бикмеев .— Уфа : Китап, 2020 .— 240 с .— (12+) .— ISBN 978-5-295-07429-5.
Гордость и слава 16-й кавдивизии. — Уфа, 1990.
Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И.
Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — 276 с. — ISBN 5-295-03573-5.
Хусаинова Г. Т. Башкирские кавалерийские дивизии. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 153. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.