Ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала

Город на семи холмах

2024 йылда Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө үҙенең юбилей датаһын – 450 йыллығын билдәләй. Европа менән Азия тоташҡан ерҙә урынлашҡан Башҡортостандың баш ҡалаһы, бай тарихы һәм иҫ киткес тәбиғәте булған ғәжәп мультимәҙәни ҡала.

Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә «Ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала»ҡабарынҡы-график әсбабы нәшер ителде. Был әсбапта төп иҫтәлекле урындарҙың ҡыҫҡаса тасуирламаһы менән Өфө тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелә.

Был әсбап Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арнала. Мәғлүмәт тарихи-мәҙәни һәм документаль материалға нигеҙләнгән. Әсбап махсус һәм коррекция мәктәптәре уҡыусылары өсөн өҫтәмә әҙәбиәт булараҡ ҡулланыла ала. Ҡабарынҡы иллюстрациялар «Хисле Башҡортостан» проекты сиктәрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-график факультеты студенттары тарафынан әҙерләнде.

Техник эшкәртеүҙән һуң китаптар китапхана фондына, шулай уҡ Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдарға ебәреләсәк.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.