Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам программаһы

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам программаһы

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан 8 мартта махсус китапханала «О, ҡатын-ҡыҙ, ер һылыуы»байрам программаһы үтте.

Байрам атмосфераһын талантлы башҡарыусылар: «Умырзая» һәм «Дуҫтар тауышы» ансамблдәре, шулай уҡ китапхананың әүҙем һәм ижади уҡыусылары тыуҙырҙы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоевтың сығышы кисәнең үҙенсәлекле биҙәге булды. Ҡурайсы Айгиз Хашимовтың һәм йырсылар Юнир Һағынбаев менән Илдар Нуғаевтың музыкаль башҡарыуы программаның сағыу мәлдәренә әүерелде. Йылы яҙ һәм матурлыҡ байрамында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн барлыҡ артистарға һәм тамашасыларға рәхмәт белдерәбеҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.