Хәтер һәм ҡайғы көнөнә
1941 йылдың 22 июне – тарихыбыҙҙағы иң күңелһеҙ даталарының береһе – Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы. Тап ошо көндә 1941 йылдың йәйендә илебеҙ тарихында иң ҡан ҡойошло һәм ҡот осҡос һуғыш башлана. Дошман менән беренсе булып совет сик һаҡсылары һуғышҡа ингәндә ил тыныс йоҡоға талған була.
Хәтер һәм ҡайғы көнө - һуғышта һәләк булғандарҙың, шул ҡаты йылдарҙа ватаныбыҙҙы үҙ ғүмерен ҡорбан итеп һаҡлағандарҙың иҫтәлекле көнө.
Махсус китапханала «Хәтер һәм ҡайғы көнө» әҙәби-музыкаль композицияһы үтте. Алып барыусы был иҫтәлекле датаның әһәмиәте һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне. Сығыштар араһында билдәле шағирҙарҙың шиғырҙары, шулай уҡ ауыр ваҡытта кешеләрҙең ғазаптарын һәм ҡаһарманлығын сағылдырған прозанан өҙөктәр яңғыраны. Ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы туғандары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сара аҙағында ҡатнашыусылар һәләк булған геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Макарим Хусаинович Тухватшин