Девяностолетие библиотеки

Композиторҙың иҫтәлегенә

Памяти композитора
3 март - күренекле һуҡыр композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм премияһы, «Филантроп» Халыҡ-ара конкурсының I премияһы , Д. Шостакович исемендәге Рәсәй композиторҙар Союзы премияһы лауреаты - Салауат Низаметдиновҡа 68 йәш тулған булыр ине.
Салауат Низаметдинов бөтә ғүмерен музыкаға бағышлай. Ижадының жанр диапазоны операларҙы һәм симфонияларҙы, хорҙарҙы һәм романстарҙы, драма спектаклдәренә музыканы һәм эстрада йырҙарын үҙ эсенә ала. Ул ике йөҙҙән ашыу эстрада йыры, спектаклдәргә, документаль һәм нәфис фильмдарға музыка яҙа.

Үҙенең бөтә ижади тормошо дауамында һәм һуңғы көнөнә тиклем ул әүҙем уҡыусы һәм беҙҙең китапхананың ҙур дуҫы була. Классиканы уҡырға ярата, йәш шағирҙарҙың тематик шиғырҙар йыйынтығын эшләргә һорай, балалары өсөн мәктәп программаһы буйынса китаптар ала. Уҡыу осоронда китапханасылар уға уҡыу материалдарын ҡысҡырып уҡый. Ә танылыу алғас, китапханала уҡыусылар өсөн уның ижад кисәләре үтә. Китапханала һуҡырҙар өсөн төрлө форматта уның төрлө ваҡытта яҙылған әҫәрҙәре нәшер ителә.
Китапхана хеҙмәткәрҙәренең хәтерендә һәм йөрәгендә Салауат Әхмәҙи улы мәңгегә шат күңелле, оптимистик, дуҫтарса, асыҡ кеше һәм тоғро уҡыусы булып ҡаласаҡ.
15 мартта "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йырсылар өсөн Салауат Низаметдинов исемендәге Республика вокал сәнғәте фестиваль-конкурсы үтәсәк.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.