По Гранту Президента Российской Федерации

По Гранту Президента Российской Федерации

2021 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә дөйөм милли ижад проекттарына ярҙам итеү өсөн бирелгән Рәсәй Федерацияһы президенты грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә, яҙыусылар һәм шағирҙар юбилейына ҡарата, Брайль шрифтлы, өҫтәлмә ҡабарынҡы һүрәттәр менән бирелгән китаптар баҫылды.

 Брайль шрифты һәм ҡабарынҡы һүрәттәр менән башҡарылған баҫмалар "Асыҡ китап" проекты буйынса һуҡырҙар өсөн интерактив медиаүҙәккә өҫтәлмә булып тора. Ул:

• башҡорт яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ике өлөштән торған "Йыртҡыс тиреһе" әҫәре. Китапҡа һунарсы, айыу һәм һунар ҡоралы ҡабарынҡы һүрәттәр ҙә индерелде;

• Михаил Булгаковтың "Эт йөрәге" повесы. Китап ике өлөштә баҫылды һәм профессор Преображенский, Шарик ҡушаматлы эт ҡабарынҡы рәсемдәре менән өҫтәлде;

• Сергей Аксаков "Ал сәскә" әкиәте. Китап башҡорт телендә һәм бында ла ҡабарынҡы һүрәттәр бар.

Иллюстрациялар М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ы студенттары тарафынан әҙерләнде. Материалдар шулай уҡ интернет селтәрҙәренән алынды.

Инвалидтарҙы ҡаршылыҡһыҙ мәғлүмәт алыуҙы тәьмин итеү 181-ФЗ 24.11.1995 (ред. 18.07.2019) "Рәсәй Федерацияһы инвалидтар социаль яҡлау тураһында" Федераль законы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.