Рәсәй көнөнә

Рәсәй көнөнә

Рәсәй көнөнә М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Һинең менән ғорурланам, минең Рәсәйем" байрам программаһы үтте.

Концертта әүҙем уҡыусылар һәм ижади шәхестәр ҡатнашты. Сәхнәнән Илдус Богданов, Марина Иванова, Рәмил Вәлиев, Рәмзиә Тарасова, Зарема Сөләймәнова һәм Андрей Ерохин башҡарыуында музыкаль әҫәрҙәр яңғыраны. Шиғырҙы Римма Хөсәйенова уҡыны.

Андрей Ерохин менән Роза Абдееваның дуэты бөтәһенә лә музыкаль бүләк булды. Программаға Өфө сәнғәт училищеһы студенты Ольга Рябованың сығышы ла өҫтәлде.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.