Урамдарҙа терроризм ҡурҡынысы янау
Терроризм
Латин теленән тәржемә иткәндә terror– ул ҡурҡыу, ҡот осҡос тигәнде аңлата. Терроризмдың төп маҡсаты –үҙҙәренең ҡорбандарында ғына түгел, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тойғоһо уятыу.
Урамдарҙа терроризм ҡурҡынысы янау
Әгәр ҙә урамда атыш башланһа, нимә эшләргә?
· Мөмкин тиклем эйелеп, сүгеп яҡындағы подъезға, өй мөйөшөнә, йәки башҡа ышыҡ урынға тиҙәрек барып етергә тырышығыҙ;
· барғанда тура йөрөмәгеҙ, эйелеп бормалы-бормалы итеп йүгерегеҙ;
әгәр яҡында ышыҡ урын булмаһа, ергә ятығыҙ;
· ҡул телефоны аша полицияға атыш хаҡында хәбәр итегеҙ.
Урамда шартлау булһа
Шартлау янаһа:
Ҡурҡыныс урындан тиҙ генә китергә тырышығыҙ (вокзал, аэропорт, мәҙәни-күңел асыу урындары, урам аша ер аҫты сығыу урындары, транспорт һ.б.)
Быяла витриналар, электр селтәре бағаналары янында торорға ярамай;
тиҙ генә яҡындағы ышыҡ урынға йәшенегеҙ (өй подъезы, таш кәртәләү,йәки өй артына), ергә ятығыҙ, битегеҙҙе һәм башығыҙҙы ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ;
әгәр ҙә йорт эсендә булһағыҙ, тәҙрә, телевизор, көҙгө, ишек яңағы эргәһендә тормағыҙ.
Шартлау ҡапыл яңғыраһа:
ергә, иҙәнгә ятып башығыҙҙы ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ;
аяғөҫтө баҫырға ашыҡмағыҙ, сөнки беренсе шартлау артынан тағы ла икенсеһе булыуы ихтимал.
Аңғартыу сигналы буйынса халыҡтың хәрәкәт итеү
Иҫкәртмәһе
Халыҡҡа ғәҙәттән тыш хәл хаҡында аңғартыу “Иғтибар, барығыҙға ла”тигән өс минут дауамында бер туҡтауһыҙ яңғыраған сирена сигналынан башлана.
Сигнал һеҙ өйҙә саҡта яңғыраһа:
Сиренаның олоған тауышын ишетһәгеҙ, телевизорығыҙҙы тоҡандырығыҙ (“Первый”-”Беренсе”, “Россия”-“Рәсәй”),“Маяҡ”, “Башҡортостан” радиоканалдарын, йәки фатирығыҙҙың радионөктәһен тоҡандырығыҙ һәм ҡурҡыныс янау хаҡында һәм хәрәкәт итеү тәртибе тураһында аңғартыу тыңлағыҙ. Хәбәр 3-5 тапҡыр биш минутҡа тиклем ҡабатлана. Ашығыс хәл итеүҙе талап иткән мәғлүмәтте тыңлағас, тәҡдим ителгән сараларҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ.
Ҡурҡыныс янауҙың йәки ғәҙәттән тыш хәлдең юҡ ителеүе хаҡында хәбәр килмәйенсә техник сараларҙы һүндермәй тороғоҙ.
Әгәр сигнал һеҙ урамда саҡта яңғыраһа:
Урамдағы халыҡ күпләп йыйылған урындарға ҡуйылған, атап әйткәндә:Ленин майҙанында, Совет майҙанында, Төнъяҡ һәм Көнъяҡ автовокзалдарында, тимер юл вокзалында һәм аэропортта радиоалғыстарҙан ишетелгән Сигнал тауышынан һуң ғәҙәттән тыш хәл хаҡында мәғлүмәтте тыңларға кәрәк.
Мәғлүмәтте тыңлағас, тәҡдим буйынса эш итегеҙ.
Унан башҡа:
ғәҙәттән тыш хәл һәм ҡурҡыныс янау хаҡында аңғартыу һәм тәҡдимдәр халыҡ күпләп йыйыла торған 13 урам терминалдарына(экрандарына) ла сығарыла, атап әйткәндә: “Үҙәк баҙар”һатыу үҙәге, Цюрупа урамы, 97 ;
“Өфө-Арена” Боҙ һарайы, Ленин урамы,114;
Ленин майҙаны;
Көнъяҡ автовокзал, Р. Зорге урамы, 13;
Төнъяҡ автовокзал, Кемеров урамы,82;
“Башҡортостан” һатыу үҙәге, Менделеев урамы, 205 А;
БДУ, Ә. З. Вәлиди урамы, 32;
Өфө дәүләт авиация-техник университеты, К. Маркс урамы, 12;
“Меркурий” һатыу үҙәге, Кольцевая урамы, 65;
Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Пушкин урамы, 96;
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Октябрь революцияһы урамы, 3А;
“Өфө” аэропорты.
Шулай уҡ халыҡҡа кеҫә телефондары аша МТС, МЕГАФОН, БИЛАЙН һәм СОТЕЛ операторҙары тарафынан да аңғартыу ебәреләсәк.
Үҙәк хәбәр итеү үҙәге иғлан барып етмәгән тарафтарға Өфө ҡалаһының яҡтыртыу сигналдары һәм яңғырауыҡлы радиолар менән йыһазландырылған МБУ 8 автомобиле
“Ҡотҡарыу хеҙмәте112” һәм полиция хеҙмәтенең 15 автомобилдәре аша мәғлүмәтте еткерәсәк.
Шулай уҡ ваҡытлы баҫмалар, электрон почталар, Интернет, шул иҫәптән Өфө ҡалаһы“ Ҡотҡарыу хеҙмәте 112” -нең официаль сайты WWW.UFA112.ru аша ла халыҡҡа аңғартыу ебәреләсәк.