"Йондоҙҙарға киттек" күргәҙмә-инсталяцияһы
Махсус китапхананың хеҙмәтләндереү бүлегендә "Йондоҙҙарға киттек" Космонавтика көнөнә арналған күргәҙмә-инсталяцияһы асылды. Күргәҙмәлә космонавтиканың үҫеш тарихы тураһында әҙәбиәт тәҡдим ителә. Китапханасылар тәҡдим ителгән китаптар, йондоҙло күк картаһы буйынса Ғаләмдең ҡоролошо һәм Ер планетаһының беренсе космонавы Юрий Гагарин тураһында һөйләйәсәк.
Күргәҙмәлә һуҡырҙарҙы тирә-яҡ донъя, уның формалары һәм материалдары менән таныштырыусы рельефлы-график һәм тактиль әсбаптар тәҡдим ителә.
Күргәҙмә асылғандан алып бер ай эсендә теләгән һәр кем ошо тема буйынса әҙәбиәт менән танышып ҡына ҡалмай, үҙенсәлекле фотосессия ла ойоштора ала.
Күргәҙмә киң уҡыусылар даирәһенә тәғәйенләнгән.