Ҡабарынҡы график әсбап баҫылды

Издано рельефно-графическое пособие
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә "Башҡорт ир-егеттәр кейеме" ҡабарынҡы график әсбап баҫылды. 
Әсбапта ир-егеттәр милли кейеменең үҙенсәлектәре, байлығы, төрлөлөгө асыла. Ҡабарынҡы графикта традицион элементтар тәҡдим ителә. 
Башҡорт милли кейеме тарихы үҫеше ҡыҙыҡлы һәм төрлө. Төрлө халыҡтың милли кейемдәре килеп сығышын өйрәнгән сәнғәт эшмәкәрҙәре һаман да башҡорт кейемдәренең килеп сығышына һоҡланып бөтә алмайҙар. 
Ҡайһы бер айырмаларға ҡарамаҫтан башҡорт кейеме бер мәҙәниәтте һаҡлай, үҙенсәлекле халыҡ рухын еткерә. Ошоноң менән дә ул ҡыҙыҡлы. 
Техник эшкәртеүҙәр үткәндән һуң әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.