Милли музейға экскурсия
21 сентябрь махсус китапхана уҡыусылары өсөн РБ-ның Милли музейына экскурсия булдырылды. Музей менән танышыуҙы “Башҡортостандың йәшмә бүлмәһе”нән башланылар. Был республикалағы берҙән-бер юғары художестволы йәшмә бүлмәһе. Уҡыусылар Башҡортостандың файҙалы ҡаҙылмалары, флора һәм фауна, уникаль экспонаттар һәм тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштылар. Шулай уҡ, музейҙа тактиль экспонаттар ҙа бар..