Сираттағы квест үтте. 

Прошел очередной квест
30 ноябрь махсус китапханала һәм уның филиалдарында "Ҡараңғыла сәйәхәт" квесы үтте. Сара мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Минһандары һәм "Пушкин картаһы" Почта банкы менән берлектәге проект сиктәрендә уҙғарылды. Проект йәштәрҙең бушлай музейға, театрға, күргәҙмәләргә, филармонияға һәм башҡа учреждениеларға йөрөү мөмкинселеген булдырыу өсөн яһалды. Программала 14 йәштән алып 22 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. 

Проект барышында махсус   китапханаға 200 яҡын кеше килде. 
Сара барышында китапханасылар йәштәрҙе китапхана эше һәм филиалдар менән таныштырҙы. 
Стәрлетамаҡ филиалында Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттары ҡатнашты. "Аҡтырнаҡ" ярҙамсы эттәр клубы етәксеһе Пластеева Мария һәм клуб ағзаһы Баргусова Роза оҙатыусы эттәр тураһында һөйләне. 
Белорет башҡорт гимназияһы уҡыусылары Белорет филиалы үткәргән квеста ҡатнашты. Китапхананың күптәнге дуҫы, яҡшы педагог Надежда Киселёва сарала ҡатнашыусыларға Брайль шрифы менән баҫтырылған китаптарҙан өҙөктәр уҡыны. 
Бәләбәй филиалы китапханасылары Бәләбәй ҡалаһының 17-се урта мәктәп уҡыусыларын ҡаршы алды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәрен "Шоудаун" өҫтәл уйынында һынап ҡараны. Был уйын һуҡырҙар өсөн уйлап табылған һәм өҫтәл теннисы һәм аэрохоккей элементтарын үҙ эсенә ала. 
Киләсәктә лә бындай саралар үткәрелеп торасаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.