Әҙәби видеосалон "Халыҡтың асыҡ йөрәге"

Литературный видеосалон «Открытое сердце народа»
Берләшкән милләттәр ойошмаһы календарында 9 август Халыҡ-ара донъя төп халыҡтары көнө булараҡ билдәләнгән. Һәм был көндө М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Халыҡтың асыҡ йөрәге" әҙәби видеосалонын үткәрҙе. 

БМО белешмәләре буйынса, донъяның 90 илендә 500 миллион төп халыҡ йәшәй. Был планетаның 6% тәшкил итә. 
Рәсәйҙә аҙ ҡалған төп халыҡҡа 50 мең кешенән торған этностар инә. Улар үҙҙәренең тарихи ерҙәрендә йәшәйҙәр, үҙ телен, йолаларын, һөнәрҙәрен һаҡлайҙар. Ҡағиҙә булараҡ, улар - ауыл кешеләре. 
Төрлө милләттәрҙең тарихи тамырҙары тураһында белергә "Тыуған ер йолаларын һаҡлаусылар" китап күргәҙмәһе ярҙам итте. Китапханасыларҙың лекцияһы документаль фильм менән оҙатылып барҙы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.